Тәтешле районынан Фәнис Хөсәйеновтың Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары күптәрҙе хайран итте. Ысынлап та, йәш яугир Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһындағы төп геройҙы хәтерләтә.
Фәнис Хөсәйенов Тәтешле районының Яңы Ҡайпан ауылында тыуған. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Уны “Барыҫ-17” батальонының өсөнсө ротаһына беркетәләр. 3 сентябрҙә бер үҙе махсус заданиеға сыҡҡанда дошман БТР-ындағы ете кешегә осрай. Егет икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡасып ҡотола. БТР-ҙы союз базаһына сығара, уны ике көндән һуң утҡа тоталар. Снарядтарҙың береһе Фәнистең яҡташы булған бинаға эләгә. Егет зыян күргән яугирҙе емереклектәр араһынан тартып сығара. Өс көндән һуң өсөнсө рота дошманға һөжүм итә – бәрелештә генерал-майор яралана. Шул саҡта ҡыуып алып киткән теге БТР-ҙың кәрәге тейә – командирҙы госпиталгә илтеп ҡуялар.
Махсус хәрби операция ваҡытында батырлыҡ күрһәткән “Барс-17” батальоны яугире Фәнис Хөсәйенов буласаҡ яугирҙәргә түбәндәге кәңәштәрен бирҙе.
– Иң мөһиме – ыңғай ҡарашта булыу. Ул саҡта хәрби рух буласаҡ. Яуҙа һәр ваҡыт тирә-яҡты иғтибар менән күҙәтергә һәм эргәңдә ышаныслы иптәштәр булырға тейеш, – ти Фәнис Хөсәйенов.
Яугир әйтеүенсә, тәтешлеләр һәр ваҡыт бергә булырға тырыша һәм күп мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп хәл итә.
– Батальон яугирҙәренең һыуы ла, ризығы ла юҡ тигән имеш-мимеш йөрөй. Юҡ, был дөрөҫ түгел. Беҙҙең бөтәһе лә һәйбәт. Хәрби операция башланғанын телевизорҙан белдем. Һуңынан хәрби комиссариатҡа барҙым. Тәүҙә мине алманылар. Әсәйҙәр беҙҙе өйҙә тотор өсөн тапмаған тип иҫәпләйем, – ти егет.
Әлбиттә, яугирҙәребеҙ көн дә беҙ белмәгән әллә күпме батырлыҡ ҡыла. Улар хаҡында күп ишетербеҙ әле. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, ир-егеттәр иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһын.
Фото: "Башинформ".