Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
20 Декабрь 2022, 19:00

“Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар”

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.

“Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар”
“Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар”

Бөгөн Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙе һәм “Росгвардия” хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе һәм Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Руслан Султыгов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров үҙенең сығышында награда алғандарға, уларҙың барлыҡ яуҙаштарына батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, биргән антҡа тоғролоҡ өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе.

– Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар, Рәсәйҙең ғорурлығы, – тине ул. – Бөгөн беҙ махсус хәрби операция зонаһына беҙҙең өсөнсө Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонын оҙаттыҡ. Ул “Росгвардия” составында хеҙмәт итәсәк. Егеттәребеҙгә еңеү яулап, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйек.

Республика Башлығы һәләк булған яугирҙәрҙе телгә алды. Улар араһында үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелгән яҡташтарыбыҙ ҙа бар – өлкән лейтенант Максим Серафимов, прапорщик Тамерлан Илһамов, өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллин.

– Бөгөн беҙ өлкән лейтенант Ғәлинур Нурғәле улы Сөләймәновтың ҡатынына һәм ата-әсәһенә Батырлыҡ орденын тапшырабыҙ. Был юғары наградаға ул үлгәндән һуң лайыҡ булды, – тине төбәк етәксеһе. – Тыуған ил өсөн көрәштә һәләк булғандарҙың барыһына ла мәңгелек дан һәм мәңгелек иҫтәлек. Дәүләт наградаларына лайыҡ булғандарҙың бөтәһен дә ҡотлайым. Һәр ҡайһыбыҙ еңеүҙе яҡынайтыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Беҙ Рәсәй, уның тарихы, бөйөк исемдәр, халҡыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм Тыуған илебеҙҙе һәр саҡ иңгә-иң терәп һаҡлаясаҡбыҙ.

Рәсәй Федерацияһы милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Руслан Султыгов яугирҙәрҙе лайыҡлы наградалары менән ҡотланы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

“Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар”
“Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар”
“Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар”
“Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – ысын батырҙар”
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас