Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөнсө башҡорт батальонын махсус хәрби операцияһы биләмәһенә оҙатыуҙа ҡатнашты. Батальон Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөтә.
Был подразделениены булдырыу башланғысы менән ветерандар ойошмалары вәкилдәре сыҡҡайны. Быйыл октябрь аҙағында улар менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Ул яңы батальон булдырыу идеяһын хупланы.
Салауат Юлаев исемендәге батальон Росгвардия структураһына инә. Ул хәрби әҙерлекте тамамланы. Республика хәрбиҙәрҙе кейем, техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итте.
Ир-егеттәрҙе оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәргә батальондың байрағын тапшырҙы һәм өйҙәренә иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләне.
- Бөгөн хәрби бурысты үтәү өсөн Донбассҡа милли гвардия ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт ирекле батальоны юллана. Махсус хәрби операция башланғандан алып меңәрләгән егеттәребеҙ - мобилизацияланғандар, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар составындағы ирекмәндәр - хәрби бурыстарын үтәй, илебеҙҙе һаҡлай, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Әлбиттә, уларға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк һәм улар һеҙҙе көтә. Бөгөн барлыҡ республика, уның халҡы исеменән Тыуған илде һаҡларға барырға тигән ҡыйыу ҡарарығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәм, - тине ул үҙенең сығышында.
Шулай уҡ ул хәрбиҙәрҙең ғаиләләре тураһында мотлаҡ хәстәрлек күреләсәге тураһында ла белдерҙе һәм үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо уңайҙан яҙмаһы менән уртаҡлашты:
"Тап ошо егеттәр – Башҡортостан даны, беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм яҡлаусыбыҙ. Тыуған илде һаҡларға барырға тигән ҡыйыу ҡарарҙары өсөн беҙ барлыҡ республика менән уларға рәхмәт белдерәбеҙ.
“Доставаловсылар” һәм “шайморатовсылар” батальоны һымаҡ уҡ, Салауат Юлаев исемендәге батальонға ла республика ярҙам итәсәк, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итәсәк. Һәм беҙ уларҙың туғандары һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!"
Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Артур Йомағужин Салауат Юлаев исемендәге батальон егеттәренең ныҡлы хәрби әҙерлек үтеүе тураһында түбәндәгеләрҙе һөйләне:
-Радий Фәрит улының ярҙамы менән Салауат Юлаев исемендәге яңы башҡорт батальонын туплап, лайыҡлы әҙерләй алдыҡ. Шайморатовсыларға, доставаловсыларға һымаҡ, беҙҙең хәрбиҙәргә лә ярҙамдың барлыҡ төрө күрһәтелде. Уларға йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды, сифатлы туҡланыу, ял саралары ойошторолдо. Махсус хәрби операция зонаһында хәрби тәжрибәһе булған, округтың иң яҡшы инструкторҙары егеттәр менән шөғөлләнде. Ҡоралландырыуҙың яңы төрҙәре үҙләштерелде. Егеттәрҙең дә кәйефе яҡшы, – тине Артур Ғәлимйән улы.
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Тимерйән Рәжәпов иһә Еңеүгә һәр кемдең үҙ өлөшөн индереүен билдәләне.
- Күп ватандаштарыбыҙ, республикабыҙ халҡы Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Кем нимә менән ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар йылы кейемдәр тегә, студенттар хәрбиҙәребеҙҙең ғаиләләренә һәм ата-әсәләренә ярҙам итә, төрлө һөнәр эйәләре булған бик күптәр гуманитар ярҙам йыя. Был егеттәр ғүмерҙәрен дә бирергә әҙер. Беҙ улар менән ғорурланырға тейеш, - тине ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.