Илшат Вәхитов – БЮТ телеканалында һәм социаль селтәрҙә булдырылған “Геройҙар дәүере” проектындағы ҡаһармандарҙың береһе. “Беҙ ошондай егеттәр тураһында көн һайын һөйләйәсәкбеҙ, улар үтә баҫалҡы, үҙҙәре хаҡында һөйләп бармай. Әммә махсус хәрби операцияла еңеүебеҙ ошондай батырлыҡтарҙан тыуа”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телеграм-каналда.
Хәрби рапортта әйтелгәнсә, Башҡортостан вәкиле Илшат Вәхитов йөк тейәлгән автомобилде дошмандың көслө уты аҫтында беҙҙекеләр яғына алып сыҡҡан. Һөҙөмтәлә Рәсәй һалдаттары боеприпастар менән ваҡытында тәьмин ителгән һәм хәрби бурыстың үтәлешен дауам итеү мөмкинлеген алған.
Фиҙакәрлеге һәм шәхси оҫталығы, Ватанды һаҡлау буйынса хәрби хәрәкәттәге тырышлығы өсөн кесе сержант Илшат Вәхитов Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды.
“Илшат – беҙҙең яҡташ. Ул Үрге Ҡыйғы ауылында тыуып үҫкән, 2022 йылда – IX класты, артабан 115-се һөнәрселек техник училищеһын тамамлаған. 2005 йылда армияла хеҙмәт итергә саҡырыла, 2007 йылда хәрби хеҙмәтен контракт буйынса дауам итергә була. Ул Жуков орденына ла тәҡдим ителгән. Илшат, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ!” – тип яҙҙы күптән түгел Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко.