Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
23 Декабрь 2022, 11:00

Афарин, Айгүзәл!

Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...

Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!

Айгүзәл Туйсина - "Йыл ирекмәне" Республика конкурсының "Йәш ирекмән" номинацияһында еңеүсе!

 21 декабрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында йәштәр сәйәсәте өлкәһендә “Йәштәр мәғәнәләре фестивале” уҙҙы. Сара 2022 йылға йомғаҡ яһауға һәм 2023 йылда йәштәр сәйәсәте үҫешен билдәләүгә йүнәлтелгән.

Фестиваль сиктәрендә "Йыл ирекмәне” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Балаҡатай районынан активист Айгүзәл Туйсина сығыш яһаны һәм "Йәш ирекмән" номинацияһында еңеүсе булды ("Йәш ирекмән" номинацияһына 60-тан ашыу ғариза бирелде).

"Йыл аҙағында ҙур награда алыуыма бик шатмын! Хеҙмәтебеҙ лайыҡлы баһаланды. Ирекмәндәргә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалмау һәм изге эштәрҙе арттырыуын теләйем. Ныҡлы һаулыҡ һәм изге башланғыстарҙа уңыштар", - тип теләне Айгүзәл.

Төрлө акцияларҙа ("Тәмәкене кәнфиткә алмаштыр", "Иғтибар! Яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар кей!", "Гиоргий таҫмалары", " Рәсәй триколоры" , "Ҡыҙыл ҡәнәфер"), спорт ярыштарында,  район кимәлендә үткән мәҙәни сараларҙа, профилактик акцияларҙа ҡатнашыусы ҡыҙға афарин тиергә генә ҡала!

Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!
Афарин, Айгүзәл!
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: