Ғорурланабыҙ
23 Декабрь 2022, 04:15

Ҡоръятмаҫтарға – Яңы йыл бүләге

Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто эшләй башланы, ул хәҙер күп функциялы социаль-мәҙәни үҙәк булып тора

Ҡоръятмаҫтарға – Яңы йыл бүләгеҠоръятмаҫтарға – Яңы йыл бүләге
Ҡоръятмаҫтарға – Яңы йыл бүләге

Дәүләт етәксеһе Владимир Путиндың  2018 йылдың майындағы указы менән раҫланған «Мәҙәниәт» милли проекты (Национальный проект “Культура”) илебеҙҙең ғәйәт бай мәҙәниәте менән бар халыҡтың таныша алыуын маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн меңәрләгән мәҙәни объектты реконструкциялау, тергеҙеү, техник яҡтан  йыһазландырыу планлаштырыла. Бында һүҙ тарихи, мәҙәни һәм архитектура ҡомартҡылары хаҡында ғына түгел, ә бәләкәй ҡала һәм ауылдарҙағы ябай мәҙәниәт йорттары тураһында ла  бара.

Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылы халҡы ла Яңы йыл алдынан бүләк алды, тиергә була. Капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто эшләй башланы, ул хәҙер күп функциялы социаль-мәҙәни үҙәк булып тора. Бында ФАП, китапхана, музей, спорт залы, төрлө түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, ҙур тамаша залы урынлашҡан.

Бындай үҙгәртеп ҡороу «Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәниәт өлкәһенең муниципаль учреждениеларын яңыртыу» йүнәлеше арҡылы тормошҡа ашырылған. Ҡоръятмаҫ ауыл мәҙәниәт йорто ошо проектта ҡатнашҡан да инде.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: okdavlekanovo.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас