Ғорурланабыҙ
26 Декабрь 2022, 12:00

Егеттәребеҙҙән сәләм хаттары килә

Был хатты беҙ Өфө районында йәшәгән, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙан алдыҡ.  Алыҫ араларҙан килгән сәләм хатын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ: “ Запорожьенан, Энергодар эргәһенән (30 саҡрымда торабыҙ) күп сәләмдәр еткереп ҡалабыҙ! Беҙҙең ротала…”

Егеттәребеҙҙән сәләм хаттары киләЕгеттәребеҙҙән сәләм хаттары килә
Егеттәребеҙҙән сәләм хаттары килә

Был хатты беҙ Өфө районында йәшәгән, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙан алдыҡ.  Алыҫ араларҙан килгән сәләм хатын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ:  “Запорожьенан, Энергодар эргәһенән (30 саҡрымда торабыҙ) күп сәләмдәр еткереп ҡалабыҙ! Беҙҙең ротала биш тиҫтәнән ашыу кеше хеҙмәт итә. Шуларҙың яртыһы тиерлек Күмертау, Көйөргәҙе  районы егеттәре. Һуңғы гуманитар посылкалар араһында ошондай ике “сәләм” килде. Күстәнәстәрен тәмләп, рәхмәттәр уҡып, бергәләшеп сәй эстек.

Ғөмүмән, республиканан ярҙам бер туҡтауһыҙ килеп тора. Бәйләнеш булдырылғандан һуң был эшкә район, ауыл, ҡала хакимиәттәре, халыҡ әүҙем тотондо. Уҡыусылар күп итеп һәм ихласлап хаттар яҙа.  

Барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Сит-ят ерҙәрҙә тыуған яҡтан килгән ярҙам уғата ҡәҙерле”.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас