Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
27 Декабрь 2022, 23:04

Мажаралы Яңы йылдар

Яңы йылды яңғыҙ

ҡаршылатма,

Күпме көттөм уның етеүен.

Тотош ғүмер кеүек оҙон

йылдың

Теләмәйем һинһеҙ үтеүен, –

 

тип яҙғайным йәш саҡтағы бер шиғы­рымда. Әммә донъя үкенестәрһеҙ булмай. Бына дүртенсе йыл инде Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылайым. Нияз киткәндең тәүге йылында балалар янында булдым. Тик  сәғәт 12 тулғандан һуң Мәскәүсә ҡар­шыларға такси менән өйгә ҡайтып киттем. Өйҙө буш ҡалдырып кешеләргә барғым килмәй.

Байрам табынын мул итеп әҙерләһәң, тотош йылың бәрәкәттә-муллыҡта үтә, тигән ырым бар. Шуға бер үҙем булһам да, ашын да, ҡаҙыһын да бешерәм, бер нисә төр салат әҙерләйем. Ыуылдырыҡ менән бутербродтар ҙа, бәлештәр ҙә, торттар ҙа, төрлө емеш, йәшелсә лә ҡуйыла. Иртәгәһенә шуларҙың барыһын да балаларға ла, апайымдарға ла, 90 йәште үткән оло әҙибәбеҙ Мөкәрәмә Садиҡова апайҙарға ла, байрам күстәнәсе итеп ҡотлап, такси менән ебәрәм.

“Бер үҙеңә күңелһеҙ түгелме ни?” тиерһегеҙ. Юҡ. Мин уйҙарым менән булам бит. Ниязды ла эргәмдә итеп тоям. Үткән йылымды барлап сығам, эштәремә йомғаҡ яһайым, киләсәккә ниәттәр билдәләйем.

Азамат улыбыҙ бәләкәй саҡтан уҡ өйгә йыйылмалы яһалма шыршы ҡуя инек. Йәшеле лә, ялтыры ла булды. Хатта ялтыры Азаматтың үҙенең балаһы тыуғанға тиклем һаҡланды.

Шул йоланы тотоп, өйгә шыршы ботаҡ­тары ғына алып, һыуға ултыртам. Ботаҡ­та­рына ҡағыҙға теләктәремде яҙып элеп сы­ғам. 12 майшәм яндырам. Ниндәй те­ләк­тәр яҙғанымды хәҙер бөтәһен дә иҫләмәйем дә инде. 12 айға 12 теләк булды шикелле. Яңы йыл минуттары һуҡ­ҡан­да яҙыуҙарҙы алып уҡырмын да ҡайһы­лары тормошҡа ашҡан, ҡайһылары ашма­ғанын белермен. Киләһе йылға ла теләк­тәремде яҙырмын, тим. Әлбиттә, шәхси ни­әт­тәремдән тыш, һәр йыл иң беренсе илгә, донъяға именлек, барыбыҙға ла һау­лыҡ, бәрәкәт-муллыҡ, ҡыуаныс-шат­лыҡ, йән тыныслығы теләп доғалар уҡыйым.

Тормош иптәшем, күренекле журналист, талантлы шағир Нияз Мәһәҙиев менән йәшәгәндә ҡаршылаған Яңы йылдар мәңге онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалды. Нияз Ҡыш бабай булып кейенергә ярата ине. Өфөләге башҡорт балаларын ҡотлар өсөн үҙәк урамдарға ғына түгел, хатта Шаҡша, Дим биҫтәләренә лә барып етте. Махсус рәүештә магазиндан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кейемдәре һатып алдыҡ. Ә тылсымлы таяҡты үҙе яһаны. Яңы йыл, Ҡыш бабай тураһында йырҙарҙы флешкаға яҙҙырып алды. Өйгә ингәс, шуны ҡуйып, балалар менән бергә үҙе лә ҡушылып йырлай ине. Ниязға ололар ҙа, балалар ҙа: “Киләһе йылда ла беҙгә килегеҙ”, – тип ҡала ине. Ҡыш бабай тоғона үҙебеҙ бүләктәр, күстә­нәстәр һалып алабыҙ. Шаҡшаға Риф Иҫә­нов ағайҙарҙың өйөнә бығаса бер тапҡыр ҙа Ҡыш бабай килмәгән икән. Етмәһә, башҡорт Ҡыш бабайы. Райондан килгән ҡунаҡтары, үҙҙәре, балалары, килендәре – ҡыҫҡаһы, өй тулы кеше. Һәр ҡайһыһына бүләктәр ҙә, шиғыр һөйләп, йырлап, бейеп күрһәткән балаларға тәмлекәстәр ҙә етерлек булды. Килгәнен көтөп, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөп ҡараған балаларҙың күңелендә урам буйлап атлап килгән Ҡыш бабай мәңге иҫтәрендә ҡалғандыр, ҡыуаныстарының сиге булманы.

Ниязда актерлыҡ һәләте булды. Балалар, ышанып, ауыҙ асып ҡарай ине. Баймаҡта эшләгәндә халыҡ театрында ла уйнап йөрөгән. Унда ла Ҡыш бабай булған, шуға Өфөлә Яңы йыл байрамдарында кешеләрҙе ҡотлап йөрөү уға күңел талабы һымаҡ ине.

Бер ваҡыт Яңы йыл алдынан үҙе бик ихтирам иткән ғалим Вадим Сафин ағайҙы ҡотларға барҙыҡ. Уға тиклем осрашҡан саҡта Нияз үҙе яһаған ҡаҙыны күстәнәс итеп алып барғайны. Ололар бик оҡшатҡайны. Шуға был юлы ла бешкәнен дә, бешмәгәнен дә алып, ҡотларға киттек. Эй ҡыуанды ағай.

Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырып ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Яңы йыл ҡаршыларға аҙ ғына ваҡыт ҡалған. Сығып йүгерҙек. Өйгә ҡайтып ингәндә сәғәт 12-не һуғырға ла ваҡыт еткәйне, әлдә бөтә нәмәне әҙерләп киткәйнек.

Икенсе бер Яңы йыл байрамын ҡаршы­лар алдынан ауырыуҙарҙы ҡотлар өсөн онкология диспансерына киттек. Маршрут таксийы менән барабыҙ. Йәшерәктәр: “О-о, Ҡыш бабай, бүләк бир!” – тип геүләшә башланы. Ә урта йәштәрҙәге бер ҡатын, ҡулындағы шыршы ботаҡтарын Ниязға һуҙып: “Ошоно ауырыуҙарға алып барығыҙ, зинһар, хуш еҫтәре палаталарға таралып, бер аҙ кәйефтәрен күтәрер. Мин үҙем дә күптән түгел шунда ятып сыҡтым. Хәлдәрен бик яҡшы аңлайым”, – тине.

Туҡталышта төшөп, үткәүел аша сығып барһаҡ, бер ҡатын менән ир, ике ҡул­да­рына ла ризыҡ тултырылған пакеттар тотоп, беҙҙе ҡыуып еттеләр ҙә, баяғы йәштәр кеүек: “Ҡыш бабай, бүләк бир!” – тинеләр. Мин, түҙмәй: “Бәлки, һеҙ үҙегеҙ күстәнәс бирерһегеҙ, беҙ онкология диспансерында ятҡан ауырыуҙар янына китеп барабыҙ”, – тинем. Был һүҙҙәрҙе ишеткән ирле-ҡатынлы, бер нимә тип тә яуап бирмәй, тиҙ-тиҙ генә атлап китергә ашыҡты.

Ә беҙҙең килеүгә сирлеләрҙең ҡыуан­ған­дарын күрһәгеҙ! “Үткәрмәй тормаҫ­тармы икән?” – тип шикләнеп кенә барыуыбыҙ юҡҡа сыҡты, ишек төбөндә ултырған дежурный ҙа Ҡыш бабайҙы күреү менән һөйөнөп китте, ҡайҙа күтәрелергә өйрәтеп ҡалды.

“Яңы йыл менән һеҙҙе!” – Ҡыш бабайҙың тауышын ишеткән ауырыуҙар, палата ишектәрен асып, коридорға сыға башланы. Нияз уларға сәләмәтлек теләне, тиҙерәк һауығып сығығыҙ, тине. “Ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғын тотоп, иң изге теләктәрегеҙҙе теләһәгеҙ, ул мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ!” тиеүгә, сирлеләр сиратҡа баҫты. Һәр береһенең теләге  һауығыуға өмөт булғандыр.

Мин дә “Ышанып йәшә” тигән шиғы­рымды үҙем яҙған көй менән йырлап күрһәттем. Уны тыңлап, күҙ йәштәрен һөртөүселәр булды. Һүҙҙәрен яҙып ҡалдырыуымды һоранылар, аҙаҡ һәр ҡайһыһы үҙҙәренә күсереп алған.

Ҡыш бабайҙың тоҡсайындағы мандариндар менән кәнфиттәр ҡайһы берәү­ҙәргә етмәһә лә, улар был көндә үҙҙәренә иң кәрәкле бүләк – киләсәккә ышаныс, һауығыуға өмөт алды, тип уйлайым.

Ҡайтышлай 90-ға етеп барған оло әҙибә Мөкәрәмә Садиҡова апай янына ла инеп, ҡотлап сыҡтыҡ.

Нияздың һуңғы Яңы йыл байрамы ла мажараларға бай булды. Балаларға барышлай үҙебеҙҙең биҫтәләге шыршыны ла ҡарап китәйек, тип һуғылдыҡ. Шунда мөхәл генә кейенгән, алама ғына бау менән билен быуған бәләкәй генә буйлы Ҡыш бабайҙы күреп, оялып ҡуйҙыҡ. Ә ул, етмәһә, үҙе менән фотоға төшөүселәрҙән 100-әр һум аҡса йыйып тора. Шундай һыуыҡ ине. Такси тоторға юлға сыҡтыҡ. Бөтәһе лә ашыға, туҡтаусы юҡ. Ныҡ өшөттөрҙө. Ниһайәт, бер машина туҡтаны. Адресты әйтеүебеҙгә ҡыуанып китте. “Мин дә шул тирәлә торам, тик башта, зинһар, беҙҙең балаларҙы ла инеп ҡотлап китегеҙ инде, аҙаҡ һеҙҙе илтеп ҡуйырмын”, – тине лә ҡатынына шылтыратты. “Балаларҙы кейендер, бүләктәрҙе әҙерләп ҡуй. Мин ысын Ҡыш бабай менән ҡайтып киләм”, – тип һөйөнсөләне.

Өс балаһы менән бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә йәшәгән ғаиләне ҡотлап, һәр береһенең күңелен күреп бөткәнсе ваҡыт бик аҙ ҡалғайны. Атай кеше тиҙ генә машинаһы менән беҙҙе илтеп ҡуйҙы. Балаларға барып ингәндә курант сәғәттәре һуғып тора ине...

Ҡапҡылап, йылынып алыуға, йәштәр ҡала майҙанындағы шыршы янында салют ҡарарға ашыға башланы. Беҙ ҙә уларҙан ҡалманыҡ. Бында ла бер нисә Ҡыш бабай йөрөй ине. Улар ҙа аҡса эшләргә сыҡҡан. Нияз бер кемдән дә аҡса алмағас, бөтәһе лә уның менән фотоға төшөргә тырышты. Сит илдәрҙән килгән студенттар менән дә уртаҡ тел тапты ул. Түңәрәккә тороп, үҙҙәренең телендә доғалар уҡынылар. “Лә иләһи иллаһлаһ, мөхәммәҙрәсал­луллаһ” тип Нияз да уларға ҡушылды.

Үкенес. Барыһы ла үткәндә ҡалды. Былтыр улыбыҙ Азамат та, атаһының Ҡыш бабай кейемдәрен кейеп, тылсымлы таяғын тотоп, үҙе эшләгән “Өфөһыу­каналы” предприятиеһында коллективтарын ҡотлап йөрөнө.


Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

Читайте нас: