“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы (“Роснефть” нефть компанияһы составына инә) социаль йүнәлешле эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә. Ололар, балалар, төрлө йәһәттән ярҙамға мохтаж кешеләр тураһында хәстәрлек күреүгә арналған акциялар һәм проекттар тиҫтәләрсә йыл дауамында уңышлы эшләп килә.
“Ветерандарға – беҙҙең йөрәк йылыһы” тип аталған акция 2012 йылда булдырылған. Уның барышында “Башнефть” ирекмәндәре йыл һайын Бөйөк Еңеү көнө, Яңы йыл байрамы алдынан хөрмәтле ветерандар янына ашыға.
– Ирекмәнлек – ул тәү сиратта изгелек, кешелеклелек сағылышы, ярҙамға килергә әҙер булыу. Айырыуса оло йәштәгеләр үҙҙәре тураһында хәстәрлек күреүҙәрен, онотмауҙарын даими тойоп йәшәргә тейеш. Ветерандар менән аралашып, үҙебеҙ ҙә күп нәмәгә өйрәнәбеҙ, сөнки уларҙың тормош тәжрибәһе иҫ киткес бай. Беҙҙең компанияла ҡеүәтле ирекмәндәр хәрәкәте барлығын белә инем. Ошо изге эшкә ҡушылыу теләге көслө булды һәм хыялым тормошҡа ашты, – ти “Башнефть-Добыча” предприятиеһының бүлек инженеры Элина Гаврилова.
Ошо көндәрҙә “Башнефть” ирекмәндәре, йылдағыса матур традицияға тоғро ҡалып, предприятиеның хөрмәтле уҙамандарын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Шуларҙың береһе Павел Бугреев Бөрө ҡалаһында йәшәй. 35 йыл ғүмерен “Башнефть” предприятиеһында лайыҡлы хеҙмәт итеүгә арнаған Павел Ефимович – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла.
Һуғыш башланғанда уға 14 йәш була. 1944 йылдың ҡышында хәрби хеҙмәткә алынған егеткә, Өфө янында хәрби әҙерлек үткәндән һуң, Алыҫ Көнсығышҡа юлланып, ил именлеге һағына баҫырға тура килә. Был данлы-шанлы йылдарҙың иҫтәлеге булып кисәге һалдаттың күкрәген “Японияны еңгән өсөн” миҙалы, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдары биҙәй. Маньчжурияла Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан яугирҙең хәтере әле лә шәп, хәрби операцияларҙың барышын бик теүәл, йәнле бәйән итә.
Ете йыл хәрби хеҙмәттә йөрөп ҡайтҡан Павел Бугреев 1952 йылда яҙмышын “Башнефть” предприятиеһы менән бәйләй һәм 1987 йылға тиклем водитель булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тыныс тормошта ла һынатмай яугир – һәр саҡ алдынғы була. “Атайымдың Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәре һанап бөткөһөҙ. Эшенә лә, үҙенә лә үтә талапсан, намыҫлы булды, шуға күрә бөгөн дә хеҙмәтенең хөрмәтен күреп йәшәй”, – ти ҡыҙы Надежда. Әйткәндәй, Павел Ефимович бөгөн балалары ҡурсыуында бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Өфө ҡалаһында йәшәгән Евгений Шерстобитов – “Башнефть” компанияһының абруйлы ветераны. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы булып танылған Евгений Павлович “Өфөоргсинтез” йәмғиәтендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Ул бөгөн дә әүҙем тормош алып бара, заводтың яңылыҡтары менән даими ҡыҙыҡһынып тора.
Ә бит барыһы ла осраҡлы килеп сыға: атаһы тәмәке төрөү өсөн йыртып алған гәзит битендә ул Өфөнөң 1-се техник училищеһына уҡыусылар ҡабул ителеүе тураһында иғлан күреп ҡала. Шулай егеттең артабанғы яҙмышы хәл ителә. Заводҡа эшкә килгәс, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә пирогазлы компрессорҙар машинисы һөнәрен үҙләштерә. Уларҙың бригадаһы Х биш йыллыҡтың планын дүрт йылда үтәүгә өлгәшә.
Евгений Шерстобитов – республикабыҙҙың нефть химияһы тармағы үҫешенә тос өлөш индергән шәхес. Заманында ул заводтың иң яҡшы уйлап табыусыларының береһе, предприятиеға иҡтисади йәһәттән табыш алыуға мөмкинлектәр биргән тәҡдимдәр авторы булып таныла. Мәҫәлән, пиролиз ҡоролмаһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә уның етештереүсәнлеге 75 меңдән 82 мең тоннағаса тиклем арта. Ошоноң һөҙөмтәһендә 1976 – 1979 йылдарҙа завод пландан тыш өс миллион һумға торошло продукция етештереүгә өлгәшә. Был уңыш-ҡаҙаныштарға туранан-тура ҡатнашлығы булған белгескә “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Евгений Павловичтың башҡа наградалары ла етерлек, әммә “иң ҙур байлығым – балаларым”, ти ул. Хөрмәтле ветерандың өс улының береһе, атаһының юлын һайлап, бөгөн “Өфөоргсинтез” йәмғиәтендә хеҙмәт итә.
Бына шундай лайыҡлы, хөрмәтле ветерандары менән хаҡлы ғорурлана “Башнефть” компанияһы һәм улар тураһында хәстәрлек күреүҙе оло мәртәбә һанай. Ветерандар үҙҙәре лә иғтибар һәм хөрмәт өсөн “Башнефть” етәкселегенә, ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаларына ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА