Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
28 Декабрь 2022, 19:00

Радий Хәбиров - Донбасста

Радий Хәбиров Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙың яугирҙәре, шулай уҡ Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәр менән осрашты.

Радий Хәбиров - Донбасста
Радий Хәбиров - Донбасста

Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Александр Доставалов исемендәге батальон һәм республиканың мобилизацияланған яугирҙәре менән осрашты.

Төбәк етәксеһе хәрбиҙәргә ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн автомобилдәр һәм ҡорамалдар тапшырҙы, шулай уҡ уңыш ҡаҙанғандарға Салауат Юлаев һәм генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

– Янығыҙға бик килге килә ине. Һеҙҙе иҫән-һау күреүемә ифрат шатмын. Бөгөн һеҙҙең менән аралашырға, нисек ярҙам итергә кәрәклеген аңларға, мобилизацияланған егеттәрҙең нисек йәшәүен күрергә теләйбеҙ. Өйҙән – Башҡортостанда йәшәүселәрҙән сәләм һүҙҙәрен тапшырам, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ барығыҙ өсөн дә бик борсолабыҙ һәм һәр берегеҙ менән ғорурланабыҙ. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Хәрби хеҙмәтегеҙ, ҡыйыулығығыҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ!

Өйҙә яугирҙәрҙең әйләнеп ҡайтыуын бик көтәләр, ә уларҙың тәжрибәһе, илһөйәрлеге - ҙур өлгө, тине республика Башлығы.

– Һеҙ ҡайтҡас, бергәләп Башҡортостанды төҙөйәсәкбеҙ, бергәләп эшләйәсәкбеҙ. Һеҙгә быны ныҡлы вәғәҙә итәм. Хәрби бурысығыҙҙы үтәгеҙ һәм иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Был – иң мөһиме, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй гвардияһы бүлексәләре урынлашҡан ерҙә лә булды. Бында республика етәксеһе һәләк булған яугирҙәрҙең һәйкәленә сәскәләр һалды. Радий Хәбиров Рәсәй гвардияһы структураһына ингән Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙәре менән осрашты, уларҙың хеҙмәт шарттары менән танышты.

Аҙаҡ Радий Фәрит улы был турала социаль селтәрҙә лә яҙҙы.

“Яугирҙәребеҙҙең янынан оло ихтирам тойғоһо менән әйләнеп ҡайтам. “Доставаловсылар”, “шайморатовсылар”, республиканан мобилизацияланған егеттәр менән осраштыҡ. Рәсәй гвардияһы бүлексәләренең береһендә Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальон доброволецтары менән аралаштым.

Беҙ яугирҙәребеҙгә иң кәрәкле нәмәләр менән сираттағы гуманитар йөктө алып килдек. Техника ла бар.

Иң ҡәҙерлеһе – өйҙән хаттар, туғандарҙан һәм яҡындарҙан посылка.

Был егеттәр – беҙҙең геройҙарыбыҙ. Уларҙың һәр береһе менән ғорурланабыҙ. Ә улар республика халҡына сәләм әйтеүебеҙҙе һораны.

Барыһын да өйҙә көтәбеҙ һәм еңеүҙән һуң иңгә-иң терәшеп Башҡортостан, Рәсәй именлеге хаҡына эшләйәсәкбеҙ.

Егеттәребеҙ тураһында “Донбасс. Башҡортостан батальондары. Хроника” рубрикаһында һөйләрмен”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостиан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: