Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбасста. Ул унда хәрбиҙәр, табиптар, урындағы чиновниктар менән осраша. Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптары менән күрешкәс, ул социаль селтәрҙә пост яҙҙы.
“Улар ҙа – беҙҙең геройҙар. Красный Луч ҡалаһында эшләгән Башҡортостан табиптарын күрмәй китә алманым. Был республиканан барған һигеҙенсе бригада, улар сменаһын тамамлай һәм оҙаҡламай ҡайтасаҡ. Араларында командировкаһы ярты йыл дауам иткәндәр ҙә бар.
Табиптарға хеҙмәте, профессионализмы һәм алтын йөрәктәре өсөн рәхмәт”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".