Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
29 Декабрь 2022, 20:30

"Йыл ВАҠИҒАҺЫ" – халыҡтар берҙәмлеге!

Радий Хәбиров: "Беҙ һәр ваҡыт илебеҙ мәнфәғәттәре һағында".

"Йыл ВАҠИҒАҺЫ" – халыҡтар берҙәмлеге!
"Йыл ВАҠИҒАҺЫ" – халыҡтар берҙәмлеге!

1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы... Француздар Мәскәүгә килеп еткәс, Александр Беренсе башҡорт халҡына мөрәжәғәт итә. Оҙаҡламай был саҡырыуға башҡорттар яуап итеп, яуға күтәрелә, мәҫәлән, Ҡаһым Мырҙашев етәкселегендә ғәскәр туплана. Был ғәскәр француздарҙы ҡыуыуҙа ҙур батырлыҡ күрһәтә, дошмандарға аяуһыҙ була, сыҙамлы башҡорттар аҙаҡ сит ил походтарында ҡатнаша. 2022 йыл, 210 йыл үткән... Европанан йәнә дошман баш ҡалҡыта, башҡа сүрәттә, әммә бында ла башҡорт халҡы бергә тупланып, Ватаны ораны буйынса яуға күтәрелә.

Донъя ағымдағы йылдың 24 февраленән алып, әйтерһең дә, икегә айырылды. Рәсәй һәм уның теләктәштәре Кешелек сифаттарына тоғро ҡалып, йәшәргә ынтылһа, көнбайыш иһә, бер нәмәгә ҡарамай, матди байығыуға юл алды (хәйер, ваҡиға ла АҠШ һәм уның теләктәштәренең донъяны баҫып алыу теләгенә бәйле килеп сыҡты). Рәсәй етәксеһе Владимир Путин Донбас һәм Луганск халыҡтарын яҡлап махсус хәрби операция иғлан иткәс, башҡорт батырҙары ҡандарында булған тоғролоҡ, ҡыйыулыҡты йәнә туплап, яуға күтәрелде. Йыл дауамында кемдер контракт буйынса, кемдер мобилизацияға ярашлы ил һағына баҫты.

Улай ғына ла түгел, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында республикала доброволецтарҙан өс хәрби батальон тупланды. Бынан алданыраҡ хәрби задание үтәргә юлланған тәүге икәүһе Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов, Александр Доставалов исемдәрен йөрөтһә, күптән түгел милли батырыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операция барған зонаға юлланды. Әйткәндәй, Башҡортостан хәрби көс туплау буйынса тәүгеләрҙән булып һәм ҙур масштабта ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып килә.

Егеттәребеҙ фронттың һәр тарафтарында ла батырлыҡ күрһәтә, уларҙың исемдәре әленән-әле телгә алынып тора. Үкенескә күрә, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай, баш һалған яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Нисек кенә булмаһын, яугирҙәребеҙҙең һәммәһе бурыстарын намыҫлы үтәй.

Һуғыш фронтта ғына бармай тигәндәй, бөтә ил менән һалдаттарға булышлыҡ күрһәтелә. Был йәһәттән дә республика иң күп ярҙам ебәргән төбәктәрҙең береһе булып ҡала. Махсус хәрби операция башланғандан алып Донецк, Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәргә, батальондарыбыҙға, мобилизация буйынса саҡырылған һалдаттарыбыҙға ебәрелгән гуманитар ярҙамдың ҙурлығын да, ауырлығын да, мөһимлеген дә баһалап бөткөһөҙ! Беренсе гуманитар ярҙамдан алып бөгөнгәсә Башҡортостан халҡы был изге ғәмәлде дауам итә. Ҡорал, автомобилдән алып кейем-һалым, иҫкермәй торған аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡҡа тиклем ебәрә яҡташтар. Тонналап бал, мунса, яҡтыртҡыстар, йылытҡыстар, “УАЗ”иктар, дрондар, ойоҡбаштар, ҡырынғыстар... Барлыҡ исемлекте һанап та бөткөһөҙ, иң мөһиме - был ярҙамды Башҡортостан халҡы яҡындарына, яҡташтарына ысын күңелдән ебәрә, бөтә гуманитар йөк тә тейешле адресына барып етә, хәрби операция барған урындан рәхмәт һүҙҙәре, сәләмдәр яуап булып килә.

Әлбиттә, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙҙәренә генә түгел, уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам күрһәтеү – Башҡортостан власының төп маҡсаттарының береһе. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта Башҡортостан сода компанияһы нигеҙендә махсус рәүештә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса үҙәк ойошторолдо. Был үҙәк хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла, уларҙың ғаиләләренә лә, Башҡортостанға мәжбүри күсеп килгәндәргә лә берҙәй булышлыҡ ҡыла. Ә республика буйлап һанай китһәк, ундай үҙәктәр бихисап.

Ебәргән әйберҙәр араһынан яҡташ яугирҙәребеҙ гелән кәрәк-яраҡ ҡына алмай, араларында Башҡортостан уҡыусыларынан, балаларынан, яҡындарынан килгән хаттар ҙа һалдаттарҙың күңелен йылыта. Шулай бергәләп Еңеү килтерәбеҙ. Ошо берҙәмлекте “Йыл ваҡиғаһы” тип ҙур ышаныс менән әйтергә була! Быны күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров та баһалап үтте. Ул Башҡортостан халҡының илгә һынау килгән осорҙа бер йоҙроҡтай берләшеүен декабрь аҙағында йылдағыса төбәктең үҙәк телеканалдары ойошторған ҙур әңгәмә барышында баһаланы. Эфир мәлендә Радий Фәрит улы Башҡортостанда 2022 йылдың төп ҡаҙаныштарын һәм ваҡиғаларын атаны.

– Мин һәр ваҡыт республикабыҙ халҡы берҙәмлеккә ынтылһын, бер-береһен хөрмәт итһен һәм уларҙың уртаҡ ҡиммәттәре булһын өсөн тырышам. 2022 йылда тап ошоно күҙәттек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлбиттә, быға тәү сиратта ир-егеттәребеҙҙең махсус хәрби операцияға илебеҙҙе яҡлап китеүе булышлыҡ итте, сәбәпсе булды. Хәҙер төп бурысыбыҙ - һалдаттарыбыҙға, мобилизацияланғандарға, доброволецтарға ярҙам итеү. Был эшкә айырыуса ҙур иғтибар бирәбеҙ. Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам сараларының киң системаһын булдырҙыҡ.

Ысынлап та, беҙ берләштек. Арала аңлашылмаусанлыҡтар кәмей төштө. Беҙ илебеҙ ниндәй, уның өсөн беҙ ниндәй әһәмиәткә эйә, уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуыбыҙ тураһында уйлана башланыҡ. Халҡыбыҙ ниндәй икәнлеген аңлай башланыҡ. Өлкән быуын кешеләре йыш ҡына йәштәргә зарланыусан. Ә бөгөнгө 20, 25, 30 йәшлек егеттәргә ҡарағыҙ әле – улар һөжүмдәргә бара, үҙ кәүҙәләре менән гранаталарҙы ҡаплай, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостан ерендә йәшәгән халыҡтарҙың традициялары бик көслө – бер-береңә ярҙам, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү, Тыуған илгә һөйөү. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, был ысынлап та шулай. Беҙ һәр ваҡыт илебеҙ мәнфәғәттәре һағында булдыҡ. Ҙур сәнәғәт ярҙамы сығанағыбыҙ: республиканың авиация кәрәсине, дизель яғыулығы, двигателдәр – әллә күпме һанай алам. Һуңғы ваҡытта ғына ла беҙгә Донбасстан 800-ҙән ашыу мәжбүри күскенсе килтерелде. Кемдер ваҡытлыса лагерҙарҙа, кемдер туғандарында көн күрә, күптәре эш тапты. Был кешеләр беҙҙә үҙенең яңы Ватанын табыр тип уйлайым, – тине Радий Фәрит улы.

Тимәк, һәммәбеҙҙең ебәргән күстәнәсе, ярҙамы егеттәрҙе дәртләндерә, Еңеүгә әйҙәй! Инде был ваҡиғаларға нөктә ҡуйылғансы шулай берҙәм булып ҡалайыҡ, йәмәғәт!

Кеше ерҙә ни тиклем йәшәй, шул ҡәҙәр һынау үтеп тора. Халҡыбыҙ иңенә лә әленән-әле йә һуғыш, йә аслыҡ, йә ғәрәсәт килгән, инде коронавирусты еңгәйнек, Европа һәм көнбайыш илдәре йәнә илгә ауырлыҡ килтерҙе. Әммә бынан йөҙ, мең йыл элек һымаҡ, халҡыбыҙҙың был һынауҙы ла лайыҡлы еңеп сығырына ышанабыҙ.

Фото: "Башинформ".

"Йыл ВАҠИҒАҺЫ" – халыҡтар берҙәмлеге!
"Йыл ВАҠИҒАҺЫ" – халыҡтар берҙәмлеге!
"Йыл ВАҠИҒАҺЫ" – халыҡтар берҙәмлеге!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: