Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
31 Декабрь 2022, 18:00

Радий Хәбиров һәләк булған хәрбиҙең наградаһын тапшырҙы

Республика етәксеһе ғаиләнең йәшәү шарттары менән ҡыҙыҡһынды.

Радий Хәбиров һәләк булған хәрбиҙең наградаһын тапшырҙы
Радий Хәбиров һәләк булған хәрбиҙең наградаһын тапшырҙы

30 декабрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция барышында һәләк булған майор Дмитрий Безбородовтың ғаиләһе менән осрашты. Республика етәксеһе уның хәләл ефете Елена Александровнаға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Дмитрий хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн был орден менән үлгәндән һуң наградланғайны.

Аралашыу барышында Радий Хәбиров офицерҙың ғаиләһенең ниндәй шарттарҙа йәшәүе, ниндәй ярҙам күрһәтелеүе менән ҡыҙыҡһынды.

– Ҡыҙым балалар баҡсаһына йөрөй. Иремдең хеҙмәттәштәре йыш килә. Уларҙың ҡатындары менән аралашып торам. Барыһы ла ярҙамға килергә әҙер, – тине Елена Безбородова.

Төбәк етәксеһе ғаиләне Яңы йыл менән ҡотланы һәм Дмитрийҙың дүрт йәшлек ҡыҙы Мирославаға байрам бүләктәре тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Радий Хәбиров һәләк булған хәрбиҙең наградаһын тапшырҙы
Радий Хәбиров һәләк булған хәрбиҙең наградаһын тапшырҙы
Радий Хәбиров һәләк булған хәрбиҙең наградаһын тапшырҙы
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: