Оҙайлы ялдарҙа яҡындарығыҙҙы нимә менән ҡыуандырмаҡсыһығыҙ? Иғтибарығыҙға тәмле ваҡбәлеш, бәлеш рецептын тәҡдим итәбеҙ. Ул ябай ғына эшләнә һәм бик тәмле килеп сыға.
Үҙенсәлек шунда: иғтибарығыҙға ике төрлө ҡамыр рецептын тәҡдим итәбеҙ. Беренсеһе - аҡ май һәм ҡаймаҡ менән, икенсеһе – көнбағыш майы һәм майонез менән. Икеһе лә бик тәмле. Һайлап алырға була.
Беренсеһе:
180 гр аҡ май
1 стакан ҡаймаҡ
1 сәй ҡалағы тоҙ
0,5 сәй ҡалағы сода
Он, ҡамыр тығыҙ булмаҫҡа тейеш.
Икенсеһе:
200 мл һыу (һурпа һалырға ла мөмкин, тәмлерәк була)
1 йомортҡа
2 аш ҡалағы майонез
1 сәй ҡалағы тоҙ
120 гр көнбағыш майы
Он
Ике рецепт та ҙур бәлеш өсөн дә һәйбәт буласаҡ.
Эслеге:
Ит, ниндәйҙе теләйһегеҙ, ғәҙәттә тауыҡ итен алалар
Картуф
Һуған (ни тиклем күберәк, шул тиклем тәмлерәк)
Тоҙ
Борос
Аҡ май.
Фото: queenphoto.ru