Каникулда баш ҡаланы байҡарға килгән үҫмерҙәр уйламағанда бәләгә тарыған. Уларға хатта ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән.
Благовещен ҡалаһынан килгән 13 йәштән 17 йәшкә тиклемге өс үҫмер Салауат Юлаев һәйкәле янында йөрөгәндә аҫтағы, яр буйындағы, боҙ майҙанын күреп ҡала. Шунда тураға ҡая тәңгәленән төшөп китә улар һәм көрткә баталар. Күпме тырышһалар ҙа, үҙҙәре сыға алмай. Ахырҙа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителә, уларҙы альпинист ҡоролмаһы ярҙамында ҡар тотҡононан сығырып алалар. Бәхеткә, һаулыҡтарына зыян килмәй.
Фото: "Башинформ".