

Башҡортостан халҡын бар донъяла ихлас, йомарт, ярҙамсыл итеп беләләр. Быйыл илгә килгән һынау осоронда ошо хәҡиҡәт тағы берҙе иҫбатланды: “Йыл изгелеге” номинацияһында республика етәкселеге һәм халҡыбыҙ уртаҡ көс менән башҡарған мөһим ғәмәлдәрҙе барлайбыҙ.
Махсус хәрби операция башланғас, республикаға Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларынан күскенселәр килә башланы, был хәлде республика етәкселеге шунда уҡ контролгә алды һәм уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү йәһәтенән төрлө саралар комплексын билдәләне.
Тәүге сиратта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Луганск һәм Донецк республикалары халҡына ярҙам тураһында яҙма ҡуйҙы, уны йөҙҙәрсә мең кеше ҡараны һәм яуап ҡайтара башланы. Был халҡыбыҙҙың берҙәмлегенең бер миҫалы ине. Комментарийҙарҙа – эвакуацияланғандарға йәшәргә урын, аҙыҡ-түлек, эш менән ярҙам итергә әҙер булыу тураһында тиҫтәләрсә тәҡдимдәр бар ине. Республикаға идара итеү үҙәге уларҙың барыһын да эвакуация буйынса оператив штабҡа тапшырҙы.
Республикабыҙҙың район, ҡалалары ла ситтә ҡалманы. Барыһы ла “Ғаилә изгелек бумерангы” акцияһына ҡушылды. Был акция бәләкәй балалары менән килгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр менән ярҙам итеү маҡсатында ойошторолдо. Муниципалитеттарҙа штабтар эшләй башланы. Гуманитар ярҙам йыйыу пункттары асылды. Эшҡыуарҙар, чиновниктар, ябай халыҡ көндәлек тормошта кәрәк-яраҡ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, уҡыусылар өсөн канцелярия тауарҙары алып килде.
Ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр араһында бәлиғ булмағандарҙың күп булыуы мәктәп, балалар баҡсаһы, йәшәү шарттары мәсьәләләрен хәл итергә кәрәклеген иҫкәртте. Республиканың балалар, социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары балалы ата-әсәләрҙе ҡабул итергә, туҡланыу һәм йәшәргә урын йәһәтенән ярҙам итергә әҙерлеген белдерҙе. Унан тыш мәжбүри күскенселәрҙең 10 мең һум күләмендә түләү алыуға хоҡуғы бар, ә бының өсөн банк иҫәбе асылды, уларға СНИЛС, ИНН бирелде. Шулай уҡ кеҫә телефонына сим-карта таратылды, бәғзе граждандар медицина полистары алды. Унан тыш, Рәсәй гражданлығын алғандан һуң улар Рәсәй Федерацияһы граждандарына тейешле барлыҡ социаль ярҙам менән файҙаланасаҡ. Унан тыш күскенселәрҙе эшкә урынлаштырыу йәһәтенән дә күп ғәмәлдәр башҡарылды, был йәһәттән эштәр дауам итә.
Эйе, Донбасс халҡы, тап ошо ауыр осорҙа Башҡортостан халҡының ныҡлы иңен тойҙо. Ысынлап та, ошондай ҡатмарлы хәлдәр беҙҙе тупланырға, өҫтөнлөктәрҙе билдәләргә, үҙебеҙҙең уйлағандан көслөрәк, миһырбанлыраҡ икәнебеҙҙе аңларға мәжбүр итә. Ә Башҡортостанда ҡасаҡтар өсөн ярҙам саралары төбәк мөмкинлектәре менән үлсәнә. Беренсенән, ҡасаҡтарға ла, урындағы халыҡҡа ла уңайлы булһын, икенсенән, барыһын да еренә еткереп, дөрөҫ башҡарыу өсөн республика берләште һәм көсөн, ресурстарын бүлде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Донбасстағы халыҡҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҙур эштәр ойошторолдо, республиканан йөҙәрләгән тонна гуманитар ярҙам оҙатылды, тиҫтәләрсә автоколонналар, фургондар менән ағас-таҡта, гипс-ҡатырға, йылылыҡты һаҡлай торған материалдар, сэндвич-панелдәр, радиаторҙар, торбалар, инструменттар, кәрәк-яраҡтар һәм башҡа бихисап әйберҙәр алып китте. Шулай уҡ, Донбасстағы мәктәптәрҙе, инфраструктураны тәртипкә килтереү өсөн тиҫтәләрсә берәмек техника, төҙөлөш материалдары оҙатылды.
Ошо ярҙам нигеҙендә Луганск Халыҡ Республикаһындағы М. Шайморатов һәм С. Хәсәнов исемендәге мәктәптәр яңы уҡыу йылына сафҡа индерелде. Шулай уҡ Красный Лучҡа командировкаға ебәрелгән белгестәргә: медицина хеҙмәткәрҙәренә, мәктәпкә капиталь ремонт яһаған коммуналь эшселәргә һәм төҙөүселәргә лә Башҡортостандан оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек алып барҙылар.
Ғөмүмән, гуманитар йөк төбәк Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы Луганск халыҡ Республикаһына даими тапшырыла килә, был эш артабан да дауам итәсәк.
Ошо урында Луганск Халыҡ Республикаһындағы Красный Луч ҡалаһындағы 29-сы мәктәпте айырым телгә алып үтәйек. Уға быйыл Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исеме бирелеп кенә ҡалманы, ә республика етәкселеге, төрлө ойошмалар был учреждениены шефлыҡҡа алды һәм әлеге көнгәсә был мәктәпкә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Әйткәндәй, 2022 йылдың авгусында Башҡортостанға Луганск Халыҡ Республикаһынан эш сәфәре менән делегация килде. Уның составында Красный Луч ҡалаһының 29-сы мәктәбе директоры Елена Борзых менән Петровский ҡалаһының генерал-майор Минеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе директоры Гөлназ Серова ла бар ине. Ҡунаҡтар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә ҡатнашты, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың тыуған яғы Стәрлебаш районына барып, Йәлембәт мәктәбе менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Йыл дауамында республиканың төрлө ойошмалары, учрежденелары, йәмәғәтселәр һәм битараф булмаған кешеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың яҡындарына, госпиталдәрҙә дауаланған яҡташтарыбыҙға төрлө яҡлы ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бик ҙур эштәр башҡарҙы.
Унан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы гуманитар йөк менән Симферополь һәм Севастополь ҡалаларындағы госпиталдәрҙә булды. Гуманитар йөккә кейем-һалым, төрлө кәрәк-яраҡтар, республика халҡынан йыйылған әйберҙәр һәм күстәнәстәр инде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шулай уҡ, урындағы әүҙемселәр – Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ менән осрашып, бәйләнештәр булдырҙы һәм гуманитар ярҙам эшен даими дауам итеү өсөн хеҙмәттәшлек нигеҙен билдәләне.
Декабрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған “Йөрәк йылыһы” гуманитар проектына Белорет педагогия колледжы коллективы ла ҡушылды. Улар башҡа бағыусылар менән берлектә акция ойоштороп, уның барышында яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәнов исемен йөрөткән 29-сы Красный Луч дөйөм белем биреү мәктәбе өсөн ике комплект компьютер, күп функциялы принтер һатып алды. Шулай уҡ Белорет халҡы уҡыусылар өсөн бер нисә йәшник нәфис әҙәбиәт һәм татлы күстәнәстәр йыйҙы. Яңы йыл алдынан гуманитар йөк тәғәйенләнеш пунктына барып етте һәм Красный Луч мәктәбе коллективына тапшырылды. Уҡытыусылар һәм балалар, үҙ сиратында, Башҡортостан халҡына видеомөрәжәғәт формаһында рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡорт халҡы һәр саҡ, ил иңенә ятҡан ауыр осорҙарҙа берҙәмлек өлгөһө булды - йыл буйына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләре, Донбасс халҡы өсөн башҡарылған төрлә яҡлы йөҙҙәрсә изге ғәмәлдәр ошоға миҫал. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныс тормошобоҙҙо яҡлаған ватандаштарыбыҙ кеүек, беҙ әле лә берҙәм һәм маҡсатлы: республика етәкселеге һәм халҡы башҡарған оло эштәр тағы ла берҙе шуны иҫбатлай.
Фото: “Башинформ”.