Әлшәй районынан Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр – Артур, Артем һәм Илфат дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
“Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары өсөн алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙ Артур, Артем һәм Илфат (билдәле сәбәптәр буйынса, фамилияларын күрһәтмәйем) юғары дәүләт наградаларына – “Батырлыҡ өсөн” миҙалына һәм Георгий тәреһенә лайыҡ булды.
Яугирҙәргә хәрби бурысты үтәгән ваҡытта күрһәткән ҡыйыулыҡтары өсөн рәхмәт белдерәм.
Егеттәр, беҙ һеҙҙең имен-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ! Еңеү менән ҡайтығыҙ!” – тип яҙҙы хакимиәт башлығы Дамир Радик улы.
Фотолар: Дамир Мостафиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән (vk.com/mustafin1959).