Бөрйән районының Килдеғол ауылында Батырлыҡ ордены кавалеры, ефрейтор Сынбулат Билалов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Ауыл халҡы, туғандары, уҡытыусылары, дуҫтары, хакимиәт вәкилдәре һәм ветеран ойошмалары уның иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ата-әсәһенә хөрмәт белдереү өсөн йыйылды. Ҡаһарман егет Украинала махсус хәрби операцияла дежурҙа һәләк булған. Таҡтаташ батыр уҡыған мәктәп бинаһының фасадына ҡуйылды.
Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов сығышында Сынбулаттың ата-әсәһенә ысын илһөйәр ул тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Сынбулат беҙҙең өсөн һәр ваҡыт батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, Ватанға фиҙакәр тоғролоҡ өлгөһө буласаҡ. Уның батырлығын һәр саҡ иҫтә тотасаҡбыҙ. Был хаҡта йәш быуын да белергә тейеш, – тине Ғәзиз Миңләхмәт улы.
Сарала ҡатнашыусылар геройҙың ата-әсәһенә теләктәшлек, рәхмәт һәм ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе, уны хөрмәтләп иҫкә алды, хәтирәләрен уртаҡлашты, сәскә һалды.
Сынбулат Рафиҡ улы 1998 йылдың 28 декабрендә Бөрйән районының Килдеғол ауылында тыуған. 18-се мотоуҡсылар дивизияһының 20-се айырым разведка батальонының механик-водителе була. Быйыл 2 июндә махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған.
Ғәзиз МАНАПОВ, Бөрйән районы хакимиәте башлығы:
– Килдеғол ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған райондашыбыҙ, Батырлыҡ ордены кавалеры, ефрейтор Сынбулат Билаловтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү ниәтенән хәтер ташы асылды. Сынбулат, башҡа яугир ир-егеттәребеҙ менән бер рәттән, Тыуған илебеҙҙе яҡлап, хәрби бурысын аҙағынаса намыҫлы һәм лайыҡлы үтәгән. Уның ҡыҫҡа, әммә ҡыйыу тормош юлы барыбыҙға ла үрнәк булып тора.Тыуған еребеҙҙең ысын ил һаҡсыһын тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн Рафиҡ Мазһар улына һәм Әлфиә Нуретдин ҡыҙына Бөрйән халҡы исеменән оло хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Рәмилә МУСИНА