Мәскәүҙең Дәүләт Кремль һарайында йыл һайын XIII Дөйөм Рәсәй “Ҡалҡан һәм рауза” йәмәғәт премияһы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтә. Ул илебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм махсус хеҙмәттәренең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе Анастасия Денисова “Хеҙмәт бурысына тоғролоҡ өсөн” номинацияһына тәҡдим ителгән. Ике йыл элек ҡыйыу ҡатын Мәләүездә 14 йәшлек ҡыҙҙы һәм 11 йәшлек малайҙы янғындан ҡотҡарған. Тантана алдынан “Башинформ” агентлығы уның менән әңгәмә ҡорҙо. Яҙмала һүҙ ошо хаҡта.
– Һөнәри юлығыҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине.
– Мин инде 20 йылдан ашыу яза башҡарыу системаһында эшләйем. Мәләүездең 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһында 18 йәштән һаҡ бүлегенең кесе инспекторы булып эш башланым. 10 йылдан һуң махсус иҫәп инспекторы вазифаһына күсерҙеләр, тағы биш йылдан уҡыу үҙәгенең кадрҙар төркөмө өлкән инспекторы итеп тәғәйенләнеләр, унда әлегә тиклем эшләйем.
– Һеҙҙең вазифа бурыстарығыҙға нимәләр инә?
– Белгестәр һәм персонал һайлау менән шөғөлләнәм. Беҙ кешеләр менән аралашабыҙ, хеҙмәт гарантияларын аңлатабыҙ, уларҙың эш һәм шәхси сифаттарын тикшерәбеҙ, хеҙмәткәрҙәр булараҡ тап киләме-юҡмы икәнлеген хәл итәбеҙ. Һуңғы һүҙ эш психологында – әгәр һығымта ыңғай булһа һәм кеше бөтә параметрҙарға тап килһә, теркәй башлайбыҙ. Белгесте баштан барыһына ла өйрәтәбеҙ, яңы шарттарға яраҡлашырға ярҙам итәбеҙ.
– Ирегеҙ ҙә Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы системаһында эшләй.
– Эйе, ул бөгөн 20 йылдан ашыу эшмәкәрлектән һуң хаҡлы ялда. Ғөмүмән, минең тотош ғаилә династияһы барлыҡҡа килде – атайым да бында эшләне, ағай-эне, ике туған апайҙар ҙа хеҙмәт итә. Һәм, әлбиттә, олатайым да ошонда хеҙмәт иткән, ул йылдарҙа колония хәрби частыҡы булған. Мине нәҫелдән-нәҫелгә күсә килгән “уфсинсы” тип әйтергә була.
– Яза башҡарыу системаһы ир-егеттәргә килешә, тигән стереотип бар. Ә ысынбарлыҡта нисек, унда гүзәл зат вәкилдәренә карьера яһау ауыр түгелме?
– Миңә бында бик ҡыҙыҡ. Әлбиттә, тәүҙә бер аҙ ҡурҡтым – барыбер айырым контингент, енәйәтселәр менән эш итәһең. Әммә туранан-тура аралашыуҙан һуң уларҙың да төҙәлеү юлындағы ярҙамға мохтаж кешеләр икәнен аңлайһың. Уларҙың төҙәлеп иреккә сығыуы, тормошто таҙа биттән башлауы беҙҙең төп миссия тип иҫәпләйем.
– Хеҙмәтегеҙ дауамында ғәҙәттән тыш хәлдәр булдымы?
– 2015 йылда беҙҙең колония биләмәһендә бола сығыуын һәм сыуалыштар булыуын ғына хәтергә төшөрә алам. Бынан һуң бер ниндәй ҙә етди низағтар тыуманы.
– Ике йыл элек һеҙ ҙур батырлыҡ ҡылғанһығыҙ. Шул ноябрь көнө йыш иҫегеҙгә төшәме?
– Быны батырлыҡ тип һанамайым. Барыһы ла осраҡлы ғына килеп сыҡты. Беҙҙә ремонт бара, мин мөйөштән-мөйөшкә, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөй инем. Бер тәҙрә күршеләрҙең өйөнә ҡарай. Ҡапыл шикле ҡара төтөн күреп ҡалдым, тәүҙә мунса яғаларҙыр, тип уйланым. Аныҡ ҡына нимә эшләгәнемде хәтерләмәйем, әммә икенсе ҡаттан бик тиҙ төшөп, уларға табан йүгерҙем. Асыҡланыуынса, унда мунса-төкәтмә бик ныҡ янған булып сыҡты. Тәҙрә аша балаларҙы күреп ҡалдым, улар тышҡа сыға алмай ине – мунса менән йортҡа инеү урыны бер ерҙә, һәм ут юлды япҡан. Ә москит селтәре тәҙрә уйымында “ҡыҫылған” кеүек тойола. Уны һындырып, ялҡын залға күскән мәлгә ҡәҙәр балаларҙы сығарып өлгөрҙөм. Янғын һүндереүселәрҙе йорт эргәһенән уҙып барған ҡатын саҡырған. Әсәләре килгәнсә балалар миндә булды.
– Һеҙҙең тәжрибәгеҙ буйынса, бындай осраҡтарҙа кешеләргә нисек эш итергә кәрәк?
– Ул мәлдә миндә ҡурҡыу, ғөмүмән, бер уй ҙа юҡ ине. Һин дөрөҫ булып тойолғанды эшләйһең, тәбиғи һиҙемләү буйынса, хатта “автопилотта” эшләйһең. Балалар, әлбиттә, ғауғаға бирелде, бында өлкән кеше лә ҡапыл ғына ни эшләргә белмәҫ ине. Аҙ ғына һуңлаһам, улар янып үлер ине, моғайын... Янғын һүндереүселәр һуңынан: “Унда нимәнелер ҡотҡарыу файҙаһыҙ ине – барыһы ла тиҙ тоҡанып киткән, әйберҙәр, документтар янған”, – тип һөйләне. Мин ни бары кәрәкле ваҡытта кәрәкле урында булып сыҡтым, тип уйлайым.
– Улар менән бәйләнештә тораһығыҙмы?
– Ошо хәлдән һуң тәүге арала аралаштыҡ, элек тә минекеләр менән урамда уйнайҙар ине. Әммә тиҙҙән улар күсеп китте – йорттарын тергеҙеп булмай бит, барыһын да яңынан төҙөргә кәрәк ине. Атайҙары төньяҡта эшләй, ҡайһы берҙә уны осратҡаным булды, ә былай ике йыл эсендә юлдарыбыҙ бөтөнләй киҫешмәне тиерлек.
– Һеҙҙең өсөн кем ул – Герой?
– Рәсәйҙең махсус хәрби операцияһында ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәрҙер, моғайын. Уларҙың ҡыйыулыҡтары тураһында күберәк уҡыған һайын һоҡланам, сөнки хеҙмәттәштәрен ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуялар, илебеҙҙең именлеге хаҡына тырышалар. Минең өсөн хәҙер был егеттәр – төп геройҙар. Дошмандың бронетранспортерын ҡыуып алып киткән Фәнис Хөсәйеновтың тарихы ла таң ҡалдырҙы.
– Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?
– Башлыса, йорт эштәрен башҡарам һәм балалар менән дәрес әҙерләйем. Ике ҡыҙым бар – көн һайын күнегеүҙәр эшләйбеҙ, әүәләйбеҙ, түңәрәктәргә йөрөтәм. Ял көндәрендә сәскәләр үҫтерәм, тәрбиәләйем.
– Быуындар күсәгилешлелеге темаһына килгәндә, балаларығыҙ эшегеҙҙе дауам итә алыр инеме?
– Быны бик теләр инем, әлбиттә. Бәләкәйемә әле бындай темалар хаҡында уйланырға иртәрәк, әммә өлкәнебеҙ беҙҙең юлдан барырға етди уйлана. Колледжды тамамлар, һуңынан ҡарарбыҙ, әммә теләге бар. Ирем дә уның теләген хуплай.
Анастасия Денисова – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең “Ғорурланабыҙ” тип аталған берлектәге проектының төп героиняларының береһе. Видеосюжеттар серияһы хәрби һәм тыныс осор геройҙарының тарихына – төбәк һәм Рәсәй хаҡына эшләгән кешеләргә арналған.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА