Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
13 Ғинуар 2023, 14:15

Районда шәхси медицина үҙәге асылды

Акушер-гинеколог Гөлфирә Вәлиева  “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә медицина үҙәге асыу кәрәклеген иҫбатлай алды

Районда шәхси  медицина үҙәге асылды
Районда шәхси медицина үҙәге асылды

Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында шәхси медицина үҙәге асылды. Уны асыуға үҙәк район дауаханаһында тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт итеүсе акушер-гинеколог Гөлфирә Вәлиева тырышлыҡ һалды. Ул “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә медицина үҙәге асыу кәрәклеген иҫбатлай алды. Бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң объект өсөн бина һайланды, медицина ҡорамалдарына, йыһаздарға күпме сығым талап ителеүе  иҫәпләнде.

 Һөҙөмтәлә ташландыҡ бина тәртипкә килтерелде, пациенттар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды. Халыҡты тар белгестәр – кардиолог, ультратауыш табибы, гинеколог, косметолог ҡабул итә. Үҙәктә лаборатория эшләй, бөтә тейешле анализдарҙы биреү мөмкинлеге бар.

Гөлфирә Рәйес ҡыҙы әйтеүенсә, үҙәк “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Ул үҙ йәһәтендә яңы препараттар етештерелеүенә, медицина үҙәктәре асылыуына, был өлкәгә эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеүгә булышырға тейеш.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото:zianzori.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: