Фәтхулла Түлебаевтың исеме Ейәнсура районында ғына түгел, ә тотош республикабыҙҙа яҡшы таныш. Фәтхулла Әхмәҙулла улы - Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынса ҡатнашҡан яугир.
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов “Бәйләнештә” социаль селтәрендә былай тип яҙған:
"Ике һуғышты үҙ иңендә кисергән Фәтхулла Түлебаев тормошто яратты, кешеләргә яҡын булды. Уны эшһөйәр һәм тырыш тип беләбеҙ. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ бүтәндәргә өлгө күрһәтте, маяҡ булды. Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә күп көс һалды".
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ветераны Фәтхулла Түлебаев ғинуар айында 99 йәшендә вафат булды.
Фото: Дәмин Юлановтың “Бәйләнештә” селтәренән (https://vk.com/zianchurinskiy_glava).