Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
16 Ғинуар 2023, 20:00

Батырҙарыбыҙҙы алҡышлап ҡаршыланылар

“Рәсәй” каналында Башҡортостан тураһында махсус репортаж сыҡҡан. Унда хәбәр ителеүенсә...    

Батырҙарыбыҙҙы алҡышлап ҡаршыланылар
Батырҙарыбыҙҙы алҡышлап ҡаршыланылар

Илебеҙҙең “Рәсәй” каналында Башҡортостан тураһында махсус репортаж сыҡҡан. Уны “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Азамат Сәлихов әҙерләгән.

Республикабыҙ халҡын илебеҙҙә ҡыйыу, рухлы, Ватанына тоғро тип беләләр. Репортажда һүҙ ил мәнфәғәтен яҡлап Парижғаса барып еткән, “Төньяҡ амурҙары” тигән данлы исем алған 1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәренән алып әле махсус хәрби операцияла тағы ла Ватан һағына баҫҡан ҡурҡыу белмәҫ яҡташтарыбыҙ, милләттәштәребеҙ хаҡында бара.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә башҡорт батальондары яугирҙәренең ҡайһы берҙәре тыуған яғына ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. Улар “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынын ҡараған. Залдағы тамашасыларҙың замана батырҙарын нисек ҡаршы алғанын видеояҙмала күрергә була.

Иң мөһиме – егеттәребеҙҙең барыһы ла имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Видео: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы.

Фото: rmbs-ufa.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: