Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
16 Ғинуар 2023, 12:30

Ул ут аҫтында тыуған...

А. Доставалов исемендәге Башҡорт батальонына “өҫтәмә көс” килгән  -  “Прилет” ҡушаматлы яңы яугирҙе “сафҡа алғандар”

Ул ут аҫтында тыуған...
Ул ут аҫтында тыуған...

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙән яҡшы хәбәр килде. Баҡһаң,  А. Доставалов исемендәге Башҡорт батальонына “өҫтәмә көс” килгән  -  “Прилет” ҡушаматлы яңы яугирҙе “сафҡа алғандар”.

Һүҙ бәлкәй генә көсөк хаҡында бара. Ул дошмандар һипкән ут аҫтында донъяға килгәнгә күрә шундай ҡушамат алған.

Видеояҙмала яугир Тыуған Башҡортостаныбыҙға, яҡындарына сәләм әйтә, “беҙҙең барыһы ла яҡшы”, -тип белдерә. Әйтеүенсә, бәләкәй көсөк уларға яҡшы кәйеф һәм ыңғай кисерештәр бүләк итә.

Беҙҙең иһә теләк бер: яугирҙәребеҙгә тыуған яҡҡа тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Видеояҙма: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

 

 

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас