Ейәнсура районының Яңыбай ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнаша. “Трезвое село” – Зинчуринский район” – төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, ауыл халҡы бәйгелә ихлас ҡатнаша, төрлө саралар ойоштора.
“Беҙҙең Ейәнсура районында мобилизация буйынса саҡырылған ир-егеттәр өсөн гуманитар ярҙам йыйыу акцияһы әленән-әле ойошторолоп тора. Сираттағы акцияла "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә беҙҙең Яңыбай ауылы халҡы ла әүҙем ҡатнашты. Ауыл биләмәһе башлығы Ф.Б. Хужәхмәтов аңлатып үткәс тә, ауыл ихлас ҡушылырға тәләк белдерҙе.
Районыбыҙҙан Украина ерендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн апайҙар, килендәр, оло инәйҙәр, бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары кәзә дебетенән өс бармаҡлы (һунарсы) бирсәткәләр бәйләне. Яңыбай ауыл китапханаһы янында эшләп килгән "Етегән" һәм ауыл мәҙәниәте йортоноң "Ҡороюл" ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамблдәре “Йөрәк йылыһын ҡушып бәйләйем” исемле кис ултырыу сараһын ойошторҙо. Китапхана һыуыҡ булыу сәбәпле, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ләйлә Фәрит ҡыҙының өйөндә йыйылдыҡ.
Бергәләгән эш ырамлы шул. Ваҡыт бик тар булыуға ҡарамаҫтан, күмәгебеҙ исеменән 80 пар бирсәткә әҙерләнде. Эште тиҙләтеү өсөн, кемдер дебетте иләп, ҡатлап, сиратып еп әҙерләне, бәғзеләре бәйләмен башлай торҙо. Кис ултырыу барышында ҡатын-ҡыҙҙар, илебеҙгә килгән ауырлыҡты ир-егеттәребеҙ тиҙерәк еңеп сығып, тыуған яҡтарын әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Бындай файҙалы, фәһемле сара тәмлекәстәр ҡушып сәй эсеү менән тамамланды. Оҙатырға әҙерләнгән әйберҙәребеҙ янына, мәктәп балалары тарафынан һалдаттарыбыҙға иң изге теләктәр менән яҙылған хаттар ҙа ҡушып һалынды.
Акцияға ҡушылған ауылдаштарға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ! Һеҙҙең, йөрәк йылыһын ҡушып, изге теләктәр менән бәйләнгән бирсәткәләрегеҙ тейешле урын-еренә барып етер! Иншаллаһ! Уҡыған аят-доғаларығыҙ ҙа һис шикһеҙ ҡабул булыр, иң мөһиме ир-егеттәребеҙ генә тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтһын, тигән ышаныс менән оҙаттыҡ”, - тип яҙа Яңыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары.
Билдәле булыуынса, «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.
Фото: “Трезвое село” – Зинчуринский район”