Бының өсөн ике порцияға ике банан, бер аш ҡалағы какао кәрәк.
Әҙерләү: ныҡ бешкән банандарҙы алабыҙ. Уларҙы нәҙек кенә итеп турап, йәйенке һауытҡа пергамент ҡағыҙы йәки полиэтилен япма өҫтөнә һалып, өс-дүрт сәғәткә һыуытҡыстың туңдырғыс камераһына ҡуябыҙ.
Артабан туңған банандарҙы кухня комбайнының һауытына һалабыҙ. Какао өҫтәйбеҙ. Крем йәки шыма ғына шоколад туңдырмаһы килеп сыҡҡансы банандарҙы комбайнда иҙәбеҙ.
Әҙер ризыҡты өҫтәлгә ҡуйырға ла мөмкин. Контейнерға тултырып, һыуытҡыста һаҡларға ла ярай.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: mircooking.ru