Махсус хәрби операцияла төрлө кимәлдәге депутаттар ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, улар араһында мобилизацияланғандар ҙа, ирекмәндәр ҙә бар.
– Әле махсус хәрби операцияла “Берҙәм Рәсәй”ҙән 33 депутат ҡатнашыуы тураһында билдәле, – тине Константин Толкачев. – Улар төрлө кимәлдәге депутаттар – ауыл биләмә Советтарынан алып республика парламентына тиклем. Декабрҙә үҙ теләге менән киткән Дәүләт Йыйылышы депутаты Булат Йомаҙилов та улар иҫәбендә. Башҡа партияларҙың вәкилдәре лә илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙа ҡатнаша. Бында партиялар буйынса бүленеш юҡ, барыһының да маҡсаты уртаҡ.
Парламент спикеры республикалағы бөтә депутаттар корпусының махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп ителеүен билдәләне.
– Депутаттар гуманитар ярҙам йыйыуҙа даими ҡатнаша һәм йөктө оҙата, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм табиптар урынлашҡан ергә бара, – тине Константин Толкачев. – Мин үҙем дә унда ике тапҡыр булдым, декабрҙә Херсон өлкәһенә барҙым. Закондар сығарыу өлкәһендә ҙур эш алып барыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса закондар әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Фронтҡа булышлыҡ итергә теләгән ирекмәндәр менән бәйләнеш тотабыҙ. Берәүҙәргә – бина, икенселәренә материалдар етмәй, ә өсөнсөләренең логистикаға бәйле проблемалары бар. Мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ, ярҙам итәбеҙ. Бөтә кимәлдәге депутаттар Шайморатов исемендәге штабтарҙың эшенә ҡушылды. Штабтар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә адреслы булышлыҡ күрһәтә. Кешеләрҙең берҙәмлеге һәм мохтаждарға ярҙам итергә әҙер булыуы беҙгә ҙур таяныс.
Фото: gsrb.ru
Сығанаҡ: gsrb.ru