Фестивалдең үҙенсәлеге шунда: тамашасылар менән бергә беҙҙең замандың көнүҙәк мәсьәләләренә арналған фильмдарҙы барыбыҙға ла өлгө булып хеҙмәт итерҙәй билдәле шәхестәр – артистар, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, блогерҙар, медиа-персонаждар – ҡарай һәм тикшерәсәк. Уларҙың юлы, уны нисек табыуҙары һәм аҙағына тиклем ҡурҡмай барыуҙары тураһында һөйләгән портрет фильмдары күрһәтеләсәк.
«Үҙ юлың» фестиваленең географияһы киң, әммә нәҡ Өфөлә уның төп саралары үтәсәк.
Башҡа төбәктәрҙә фестиваль саралары "Һинең юлың": һайланмалар” форматында үткәрелә. Тамашасылар кинофестивалдең еңеүсе таҫмаларын, шулай уҡ иң сағыу фекер алышыуҙар тыуҙырған фильмдарҙы ҡарай аласаҡ.
Фильмдар буйынса фекер алышыуҙа билдәле шәхестәр ҡатнашыуы көтөлә. Тамашасыларҙың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса кинофестивалдең был төбәктә иң яҡшы тип табылған фильмы билдәләнәсәк.
«Үҙ юлың» халыҡ-ара кинофестивале программаһына түбәндәгеләр инә: конкурс программаһы фильмдарын күрһәтеү һәм махсус фильмдар, шулай уҡ йәмғиәттең төрлө өлкәләрендәге билдәле кешеләр менән фильмдар тураһында фекер алышыу; фестивалдең иң сағыу ваҡиғаларын онлайн-тәртиптә күрһәтеү.
Фестиваль барышында Рәсәй дизайнерҙары уйлап тапҡан кейемдәрҙе күрһәтеү сараһы ла планлаштырыла. Унда заманса мода тенденциялары менән төбәктәрҙең милли мотивтары берләштереләсәк.
Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фестивалдең сайты: mywayfestival.ru
“Бәйләнештә”ге төркөмө: vk.com/mywayfestival1
Сығанаҡ: bashkortostan.ru/presscenter/news/