«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитетында «Сәләмәт киләсәк» проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе, ЛНР һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штаб етәксеһе Максим Забелиндың Донбасстан ҡайтҡан ирекмән табиптар менән осрашыуы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм табип-ирекмәндәр ҡатнашты.
Рәсми өлөштән һуң яңы биләмәләрҙә йәшәүселәргә ярҙам күрһәткән табиптарҙы һәм меценаттарҙы бүләкләү тантанаһы булды.
«Сәләмәт киләсәк» федераль партия проекты эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханаһының баш табибы Сергей Бойков, медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты, Башҡортостан Республикаһы Ситуация үҙәге эксперты Лилиана Дауытова, Башҡорт дәүләт медицина университетының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты баш табибы Шамил Күзбәков, Республика клиник дауаханаһының неврология бүлеге мөдире Мансур ҡотлобаев, 21-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Тимур Нагаев, табип - Республика клиник дауаханаһының торакаль хирургы Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә Донбасс халҡына ярҙам күрһәткән табиптарға, шәфҡәт туташтарына, водителдәргә һәм меценаттарға рәхмәт әйткән һәм республика халҡының улар менән ғорурланыуын белдергән.
“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан ҡайтҡан ирекмәндәрҙең сираттағы бригадаһын сәләмләнек һәм хөрмәт йөҙөнән дәүләт наградалары менән бүләкләнек.
Махсус хәрби операция шарттарында Донбасстағы һаулыҡ һаҡлау системаһына төшкән ауырлыҡ артты. Шунлыҡтан ябай булмаған был осорҙа медицина хеҙмәткәрҙәре-ирекмәндәр уларға ысын терәк булды. Республиканың ирекмәндәр бригадалары урында өлкәндәргә лә, балаларға ла медицина ярҙамы күрһәтә. Улар дауаханаларҙа, госпиталдә эшләй.
Һигеҙ ай эсендә Башҡортостан табиптары 100 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтте. Был - беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙ өсөн табиплыҡ бурысы ғына түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған эш. Башҡортостан табиптарының эшмәкәрлеге тураһында алынған фекерҙәр иң яҡшыһы. Республика һеҙҙең менән ғорурлана!”
Фото: VK.com