Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
20 Ғинуар 2023, 11:00

Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...

 Күлләр ауылы хужабикәләре яугирҙәргә иң татлы, иң тәмле ризыҡтар әҙерләгән. Хатта ҡул тирмәне менән...

Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...

«Махсус хәрби операция зонаһында булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең күңелдәрен уларҙы тыуған яҡтарында көтөп торған кешеләрҙең булыуы, һөйөү менән яҙылған хаттар, посылкалар йылыта... Ошондай бәйләнеш бик мөһим», - тип ышана Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылы ҡатын-ҡыҙҙары. Махсус операция зонаһына оҙатылған сираттағы посылкаларҙа хужабикәләр үҙ ҡулдары менән бешергән тәмлекәстәрҙе ебәрергә хәл иткән - был турала Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итәләр.

 

Яугирҙәр өсөн мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, бөтнөк, гөлйемеш, боланут, ҡандала үләне, йүкә һәм ҡарағат кеүек туғыҙ төрҙән торған үлән сәйе әҙерләгәндәр. Ул төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм дауалауҙың иң яҡшы сараһы булып тора, иммунитетты көсәйтеү үҙенсәлектәренә лә эйә, ти уңғанбикәләр.

 Баҫыу шарттарында тиҙ генә аш итеп әҙерләргә мөмкин булған туҡмас һәм ярымфабрикат та – һалдаттар өсөн шулай уҡ өйҙә әҙерләнгән күстәнәс. Бынан тыш, ауылса ҡыҙыл эремсек тә  яһағандар. Мәғлүм  булыуынса, ул кальцийға, фосфорға һәм аҡһымға бай. Ундағы компоненттар һөйәк системаһы өсөн файҙалы.

Был посылкаларҙа иң үҙенсәлекле  продукт – ҡатын-ҡыҙҙар етештергән  талҡан. Боронғонан күсмә халыҡтар талҡан өсөн һуғылмаған бойҙай, арпа, тары, арыш йәки һоло орлоҡтарын һуҡҡан. Әе лә тап боронғоса  игенде ҡул тирмәне менән һуғып, туҡлыҡлы, тәмле һәм файҙалы ризыҡ эшләгәндәр.

 

«Ауыл оҫталары яратып бәйләгән йөн ойоҡбаштарын һәм Күлләр умартасыларының шифалы балын да һалдыҡ –  улар ҙа махсус операция зонаһында бик кәрәк булыр тип уйлайбыҙ. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Ә яугирҙарыбыҙға тиҙерәк өйҙәренә имен һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ», - тип яҙа ҡырмыҫҡалылар.

Фото: Күлләр ауылы төркөмөнән.

Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Туғыҙ үләндән сәй, талҡан һәм туҡмас...
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: