

Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың тыуған яғында - Әбйәлил районының Асҡар ауылында - хәрби көрәш буйынса "Комбат" асыҡ республика турниры уҙҙы.
Унда Өфөнән "Самурай", "Рубеж" спорт клубтары, Тай боксы федерацияһы, "Fight House" һәм "Кристалл" (бөтәһе лә Магнитогорскиҙан), Сибайҙан "Шоңҡар", Хәйбулла районынан "Дала амурҙары" командаларынан 120 бала ҡатнашты.
Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән эш итеү буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Рәсәй Геройының әсәһе Айгөл Шакирова, район хәрби комиссары Максим Гребенщиков, "Рәсәйҙең үҙ-үҙеңде обороналау комбаты" федерацияһы вице-президенты, Башҡортостан Республикаһы Хәрби сәнғәт союзы вәкиле Сергей Ходько, ярыштарҙың баш судьяһы Закуан Хажиғәлиев һәм башҡалар сәләмләне.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был әһәмиәтле спорт сараһы йыл һайын үткәреләсәк, бындай турнирҙар спортсыларға тәжрибә тупларға, оҫталығын арттырырға мөмкинлек бирә, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
— Тамерлан Илһамов та был бинала шөғөлләнде, —тине Илдар Таһир улы. — Бөгөн дә алыштар ошо ҡыйыу кешенең иғтибарлы ҡарашы аҫтында үтә, ул һеҙҙең сығыштарығыҙҙы күҙәтә һәм баһалай тип иҫәпләргә мөмкин.
Турнир кискә тиклем дауам итте һәм дүрт йәш араһында 23 ауырлыҡ категорияларында иң көслө йәш спортсылар асыҡланды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, киләһе йылдарҙа турнирҙың майҙаны киңәйтәсәк һәм ҡатнашыу өсөн 300-гә яҡын спортсы йыйыласаҡ.
Фото: Ласын Усманов.