Бөгөн Әлшәй районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған Айбулат Ғәбделмәновтың, Руслан Хәлимовтың һәм Рөстәм Шевяховтың ата-әсәһе менән осрашты. Уларҙың барыһы ла үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Нурия Дамир ҡыҙы һәм Миңнулла Миңлебай улы Ғәбделмәновтар, Зилә Фәйзрахман ҡыҙы һәм Радик Миҙхәт улы Хәлимовтар, Эльза Шамил ҡыҙы һәм Александр Геннадьевич Шевяховтар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе уларға улдарын ысын патриот, Ватанды һаҡлаусылар итеп тәрбиәләгән өсөн рәхмәт әйтте. Радий Хәбиров балаларын һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәһенә Шайморатов орденын тапшырҙы.
– Беҙҙең төп бурыс – Башҡортостандың данлы улдарын онотмай, уларҙың ата-әсәһенә, ғаиләләренә һәм балаларына даими иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү, – тине республика етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәһенә республика кардиодиспансерында дауаланырға һәм реабилитация үтергә тәҡдим итте.
– Район хакимиәте яғынан да даими хәстәрлек тоябыҙ, үтенестәребеҙҙе шунда уҡ үтәйҙәр, яҡташтар ҙа ярҙам итә, улдарыбыҙҙың хеҙмәттәштәре лә беҙҙең менән даими бәйләнештә. Ихлас мөнәсәбәттәрегеҙ өсөн рәхмәт, – тине яугирҙәрҙең әсәләре.
Фото: glavarb.ru
Сығанаҡ: glavarb.ru