Бөгөн Хөкүмәттең кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан яугирҙәре өсөн ҡаралған тағы бер ярҙам төрө тураһында иғлан итте. Был башлыса доброволецтарға ҡағыла.
Шулай итеп, әгәр доброволец булып киткән яугир 180 көн хеҙмәт итә икән, республика уға 200 мең һум аҡса бүләсәк. Был туралағы указға Башҡортостан Башлығы ҡул ҡуйған.
– 200 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү булды. Мәсьәләне өйрәндек һәм ғәҙел ҡарар ҡабул иттек, ул барыһын да тигеҙләй. Әгәр беҙҙең доброволец 180 көн алғы һыҙыҡта махсус хәрби операция режимында хеҙмәт итһә, республика уға 200 мең һум бүлә, тағы 180 көн хеҙмәт итте икән – республика йәнә 200 мең бүлә. Указға ҡул ҡуйҙым, был түләүҙәрҙе байтаҡ егеттәр аласаҡ. Хөкүмәттән барыһын да тиҙ ойоштороуҙарын һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".