Ғорурланабыҙ
24 Ғинуар 2023, 10:30

Йырың ҡалды беҙҙе илатып, Герой...

Кисә Рәсәй Геройын ерләгәндәрен яҙып сыҡҡайныҡ. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин уның йырлаған видеояҙмаһын һалды.

Йырың ҡалды беҙҙе илатып, Герой...Йырың ҡалды беҙҙе илатып, Герой...
Йырың ҡалды беҙҙе илатып, Герой...

Алмаз Сафин - Әлшәй районы егете. Кисә уның менән бәхилләшергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барҙы.

Сентябрь аҙағынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташыбыҙ ғинуарҙа батырҙарса һәләк булды. Ил Президенты Владимир Путин уға Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 

Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин үҙенең сәхифәһендә Алмаз Сафиндың гитарала уйнап йырлаған видеояҙмаһын урынлаштырҙы. Унан ысын ир-егеттең ниндәй булғаны ап-асыҡ күренеп тора. 

Бәхил бул, Герой!

Фото һәм видеояҙма сығанағы: https://vk.com/mustafin1959

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас