Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
25 Ғинуар 2023, 07:00

Батырҙың ордены ҡайтты!

Өс айҙан награда уның атаһына, әсәһенә һәм ҡатынына тапшырылды.

Батырҙың ордены ҡайтты!
Батырҙың ордены ҡайтты!

Стәрлетамаҡ уҙаманы Эдуард Ишназаров махсус хәрби операция биләмәһенә диңгеҙ пехотаһы водителе булып юллана.

Хеҙмәттәштәре билдәләүенсә, Эдуард Илдар улы тәүге көндәрҙән үк үҙен ҡыйыу, ярҙамсыл итеп күрһәтә. Тик... үкенескә ҡаршы, үткән йылдың 4 авгусында ул Донецк Халыҡ Республикаһында батырҙарса һәләк була. Уның ғүмерен Украинаны бер туҡтауһыҙ ҡорал менән тәьмин итеп торған Американың “хаймерс” ракетаһы өҙә. Ҡала халҡы батыр менән уның вафатынан һуң бер аҙ үткәс хушлашты.

...Эйе, Эдуард Ишназаров бөгөн арабыҙҙа юҡ инде. Әммә уның батырлығы, уның турала хәтер ҡала, республика, ил халҡы күңелендә йәшәйәсәк. Бөгөн үҙе уҡыған белем усаҡтарында урынлаштырылған таҡтаташтарҙан йылмайып ҡарап тора ул, хәтер кисәләре үтә, исеме шулай мәңгеләштерелә.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең сираттағы оператив кәңәшмәһендә уның атаһы Илдар Миҙхәт улы, әсәһе Светлана Дәүләтхан ҡыҙы һәм ҡатыны Гөлфиә Рәзим ҡыҙына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – Батырлыҡ ордены тапшырылды. Орденды Эдуардтың яҡындарына ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов һәм Башҡортостан хәрби комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлеге етәксеһе Рәстәм Ҡантимеров тапшырҙы. Награда менән яҡташыбыҙ Рәсәй Президентының үткән йылдың 15 октябрҙәге Указы менән бүләкләнгән.

–  Эдуард Илдар улы һымаҡ батыр егеттәребеҙ өлгөһөндә халҡыбыҙҙың рухы көслө, хәрби бурысына аҙағынаса тоғро ҡалып, илен, халҡын яҡлап алышҡан батырҙар алдында баш эйәбеҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Фәрит улы награданы тапшырған мәлдә.

Батырҙың ордены ҡайтты!
Батырҙың ордены ҡайтты!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: