Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон һалдаттары һәм йәнә махсус хәрби операция зонаһына юлланған дин әһелдәре менән осрашты. Унда хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре тикшерелде.
– Күптән түгел беҙ Донбасста батальон менән осраштыҡ. Һеҙҙе тыуған республикабыҙҙа күреүемә бик шатмын. Башҡортостан халҡы яугирҙәр өсөн борсола, ҡуйылған бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам итергә, туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы хәстәрлек менән солғарға әҙер, – тине Радий Хәбиров. – Барыбыҙ ҙа һеҙҙән хәбәр көтәбеҙ: нисек хеҙмәт итәһегеҙ, үҙегеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ниндәй ярҙам кәрәк - беҙҙең өсөн барыһы ла мөһим.
Республика етәксеһе Башҡортостан батальондары хәрбиҙәренә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын хәбәр итте. Радий Хәбиров шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа эштә ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Азат Шамил улы Башҡортостан хәрбиҙәре менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнде.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командиры Евгений Токарев төбәк етәкселегенә иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Яугирҙәр, Радий Фәрит улы, һеҙгә, республика Хөкүмәтенә һәм Башҡортостан халҡына беҙгә, ғаиләләребеҙгә ҙур ярҙам өсөн бик рәхмәтле. Алғы һыҙыҡта ла, йорттарҙа ла килеп тыуған мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә, – тине ул. – Батальон бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин ителгән, ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәй. Егеттәр туғандарына, яҡындарына сәләмдәр тапшыра.
Республикала ойошторолған координация үҙәге аша махсус хәрби операция зонаһына гуманитар колонналарҙы даими оҙатыу дауам ителәсәк, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы. Унда сәнәғәт предприятиеларының, ойошмаларҙың, республика халҡының ярҙамы туплана.
Хәрбиҙәр шулай уҡ яугирҙәр өсөн төрлө әйберҙәр – ойоҡбаш, быйма, маскировка селтәре һәм башҡа кейем-һалым, экипировка яһау менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар, балалар тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә битараф булмаған ҡул эше оҫталарының хеҙмәтен билдәләргә ҡушты.
– Барыһы ла дөйөм ынтылыштар менән берләште, ошоноң менән йәшәй, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ республикабыҙ халҡына ихлас ярҙамдары өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Төбәк етәксеһе махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндән һуң йәштәрҙе тәрбиәләүҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибәһе һәм патриотик сифаттары талап ителәсәген дә иҫкә төшөрҙө.
– Беҙ һеҙҙе өйҙә бик көтәбеҙ. Әлбиттә, тәүҙә егеттәр тейешле реабилитация һәм дауаланыу үтә. Яугирҙәрҙе ҡабул итергә әҙер республика шифаханалары реестрын төҙөнөк. Һәм һеҙҙең менән мотлаҡ рәүештә артабан да эшләрбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.