Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
27 Ғинуар 2023, 11:00

Иң мөһиме: ул ҡайтты!

Махсус хәрби операцияла яраланһа ла, имен ҡайтыуына бөтәһе лә ҡыуана

Иң мөһиме: ул ҡайтты!
Иң мөһиме: ул ҡайтты!

Социаль селтәрҙә махсус хәрбиә операция барышында яраланған егеттең ҡайтыу мәле төшөрөлгән видеояҙма таралды. "Рәхмәт, ҡайтҡаның өсөн!" тип аталған видео бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Яугирҙең эскерһеҙ йылмайыуын, ҡыуанысын, яралы булһа ла, һәр кем менән ҡосаҡлашып күрешеүен күреп, күптәр матур йөкмәткеле комментарийҙар ҡалдырҙы. 

Һәр кемгә шулай яҡын кешеһен - улын, ирен, атаһын, ағаһы йәки ҡустыһын имен-һау килеш ҡаршы алырға яҙһын! 

ҺИН ҠАЙТҠАНДА

Бөгөн түгел, иртәгә лә түгел...
Һин инерһең килеп ишектән.
Мин тутыҡҡан ишек күгәненең
Шығырлауын хәҙер ишетәм.

- Ҡайттым! - тип әйтерһеңме икән,
Өндәшмәҫһең,бәлки, бер нәмә.
Йөҙ-һыҙатым үҙгәрерме икән, 
Ялғанмай ҙа торһа кәлимә...

Аш ҡуям тип, әйҙә, уралырмын,
Төшөп китер ҡулдан табағым.
Йомшарыр ҙа, күҙҙәремдән һарҡыр
Күптән төйөрләнгән тамағым.

Лар төбөнән ондо ҡырып алып,
Дүртебеҙгә ҡоймаҡ ҡойормон.
Һин алыҫтан мине һиҙгән кеүек,
Һәр ымыңдан һине тойормон.

- Һин утын яр! - тигән булырмын да
Тотторормон иҫке балтаны.
Онотормон әйтер һүҙҙәремде,
Ә нисә йыл уны ятланым...

Шарт-шорт янған мунса өнө баҫыр
Әллә минең... һинең һыҡтауҙы...
Нисәнсе ҡат хыялымда шулай
Ҡабатлайым һинең ҡайтыуҙы.

Лариса Абдуллина.
2006 йыл. 

Сығанаҡ: "Сибай Онлайн" төркөмө. 
Фото: видеояҙманан скриншот. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: