Яңыраҡ ҡына ҡунаҡтар саҡырып, күркәм фольклор байрамы уҙғарған Ҡашҡалар (Асҡын районы) бөгөн мәҙәниәт йорто фойеһына йөн иләү өмәһенә йыйылды. Эшкәртелгән һарыҡ йөнөнән яуҙағы һалдаттарыбыҙға тағы ла ойоҡбаш-бейәләйҙәр, кейемдәр бәйләп ебәрәсәк әүҙемдәр. Ир-егеттәребеҙҙең аяҡ-ҡулдары өшөмәһен, ә йөрәк йылыбыҙ уларға рухи көс өҫтәһен, тип теләй ауыл халҡы.
Шулай уҡ, боронғо кәсепте юғалтмау, ә киреһенсә, уны тергеҙеү һәм киләсәк быуынға тапшырыу маҡсатын да ҡуя Ҡашҡа уңғандары. Сөнки, элек-электән мал тотоп донъя көткән ерле халыҡ һарыҡ йөнөнөң дауалау көсөнә эйә икәнен белгән, уны ҡулланған. Йөрәк, тире ауырыуҙарын, тын юлдары һәм быуын сирҙәрен һарыҡ йөнө ярҙамында еңгән.
Дуҫлы́ҡ һәм татыулыҡты юлдаш иткән Ҡашҡа халҡы ошондай өмәләрҙең берҙәмлекте тағы ла арттырасағына ышана, һәм изге ғәмәлдәр башҡарыуын дауам итә. Эштәрегеҙ бөгөнгө һымаҡ, көйлө-йырлы ғына барһын, ҡәҙерле ауылдаштар!