Бөрйән районының Ҡотан ауылы ла илебеҙҙәге ауыр хәл-ваҡиғанан ситтә ҡалмай, бар хәлдәренсә үҙ өлөштәрен индерергә тырыша.
Яңыраҡ бында ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Попова Ольга Леонидовна тәҡдиме менән госпиталдәге ир-егеттәр өсөн эске кейем, постель кәрәк-ярағы тегеүҙе башлап ебәргәндәр. Был изге эште барлыҡ клуб хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы бер тауыштан күтәреп алып, ихлас ҡушылған. Улар бушыраҡ ваҡыттарында бергә йыйылып, һәр береһенә тәғәйен эш алып, махсус операциялағы егеттәр өсөн кәрәк-яраҡ тегә.
Ольга Леонидовнаның улы Алсынбаев Данил Камил улы ла был эштә ҙур ярҙам күрһәткән: тегенселәргә 400 метр тауар килтереп биргән.
Бөрйән районынан февралдә оҙатыласаҡ гуманитар йөк өсөн дә кәрәк-яраҡ дәррәү йыйыла был ауылда. "Халыҡ бигерәк тә үҙ ҡулдары менән бәйләгән ойоҡ-бирсәткәне күпләп килтерә, - ти ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Әлфирә Ғәлина. - Таҫтамал, йылы кейем, тиҙ иҫкермәй торған аҙыҡ-түлек һәм башҡа ныҡ кәрәкле әйберҙәр ҙә бар. Ошондай ваҡытта битараф ҡалмай ярҙам иткән ауылдаштарымдың барыһына ла рәхмәт!"
"Егеттәр иҫән-һау йөрөһөн, имен-аман тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын, күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын", - ауыл халҡының изге теләгенә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм матур башланғыстарына уңыштар, үҙҙәренә һаулыҡ теләйбеҙ.
Фотолар: Ҡотан ауыл мәҙәниәт йорто