Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
30 Ғинуар 2023, 17:30

Ҡәҙерҙәр – ҡәҙерлеләр өсөн

Ауылдың уңғандары  махсус хәрби операциялағы ир-егеттә өсөн татлы бауырһаҡ бешергән. Унан тыш...

Ҡәҙерҙәр  –  ҡәҙерлеләр өсөн
Ҡәҙерҙәр – ҡәҙерлеләр өсөн

Дыуан районында Ҡәҙер тигән күркәм ауыл бар. Ҡасандыр Әй буйындағы был ауылға Себер даруғаһының Әйле улусы башҡорттары  Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә  нигеҙ һалған. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, был ғәмәл  1760 йылда (башҡа мәғлүмәт буйынса — 1700) керҙәшлек килешеүенә таянып эшләнгән.

Халыҡ араһындағы киң таралған риүәйәт буйынса Ғәбделҡәҙер бейҙең атаһы Юлдаш ҡарт, ҡаҙаҡтар барымтаһынан тынғылыҡ эҙләп, Ҡоншаҡ яҡтарынан тап ошо төбәккә юлланған. Әммә Әй буйына улы Ғәбделҡәҙер генә килеп еткән һәм Ҡәҙер ауылына нигеҙ һалған. “Был тирәлә бик киң билдәле Байыш кантон  – Ғәбделҡәҙер бейҙең етенсе быуын тоҡомо”,   – тип һөйләгән ата-бабалар.

Шуға күрә бында рухлы һәм тырыш халыҡ йәшәгәненә аптырарға түгел. Ошо көндәрҙә Ҡәҙер ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн татлы күстәнәс әҙерләгән: бауырһаҡ ҡайнатҡан. Унан тыш, йылы ойоҡбаштар ҙа бәйләп оҙатҡан.


"Тыуған яҡ йылыһы, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ әҙерләгән тәмле күстәнәстәҙең тәме ир-егеттребеҙгә көс һәм дәрт-дарман өҫтәһен. Тиҙерәк тыуған яҡҡа иҫән-имен әйләнеп ҡайтһындар!"- ти Ҡәҙер ҡатын-ҡыҙҙары исеменән ауыл ағинәйе Гөлсөм Хисаметдинова.  

Күркәм сараны ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Айгөл Хәйретдинова, китапханасы Әлмирә Әхәтова ойошторған.

Фото: Ҡәҙер ауылы мәҙәниәт йорто.

Ҡәҙерҙәр  –  ҡәҙерлеләр өсөн
Ҡәҙерҙәр  –  ҡәҙерлеләр өсөн
Ҡәҙерҙәр  –  ҡәҙерлеләр өсөн
Ҡәҙерҙәр  –  ҡәҙерлеләр өсөн
Ҡәҙерҙәр  –  ҡәҙерлеләр өсөн
Ҡәҙерҙәр – ҡәҙерлеләр өсөн
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: