Булыр бала – биләүҙән, ти халҡыбыҙ. Был һүҙҙәр Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәре, Миңлеғәле Шайморатов ордены кавалеры Илдус Хәлитов хаҡында әйтелгән.
Ҡаһарман йөрәкле летчик 1951 йылдың 22 мартында Күгәрсен районында тыуған. Ул бала саҡтан һәр эште урынына еткереп үтәүе менән тиҫтерҙәренән айырылып торған. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, Сызрань юғары хәрби авиация училищеһына уҡырға инә.
Илдус Хәлитов хәрби юлын 1972 йылда совет ғәскәрҙәренең Германиялағы төркөмөндә башлай. Экипаж, звено командиры, эскадрилья командиры урынбаҫары була. 1984 йылда уны Одесса хәрби округындағы штаб начальнигы урынбаҫары һәм полк командирының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
Ике йылдан һуң Афғандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша: тәүҙә – Ҡабулда, һуңынан – Кундузда. “МИ-8” һәм “МИ-24” хәрби вертолеттарында оса. Хәрби осош тыныс булмай – һәр береһе ут аҫтында үтә, вертолеттың етди ватылыуҙар менән аэродромға әйләнеп ҡайтҡан осраҡтары ла була.
Илдус Хәлитов иҫәбендә – 426 хәрби осош. Уларҙың һәр береһенең фажиғәле тамамланыуы ихтимал булған, әммә яҡташыбыҙ хәрби машинаһы менән оҫта идара итеп, гел генә иҫән-һау ҡайтыуға өлгәшкән.
Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн башҡорт летчигы Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән. Бынан тыш, 2020 йылда тәүгеләрҙән булып генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордены менән дә наградлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2020 йылдың 22 июлендә Илдус Хәлитов арабыҙҙан китте... Батыр үлһә лә, даны ҡала. Республика халҡы ҡыйыу летчик менән лайыҡлы ғорурлана.
Рәмилә МУСИНА