Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
31 Ғинуар 2023, 14:49

Тыныслыҡ хаҡына берләшеп

Ҙур теләк кенә кәрәк.

Стәрлебаш ауылы эшҡыуары Зифа Хәмиҙуллина ҡыҙы Эльвира менән мобилизацияланған ир-егеттәргә үҙҙәре генә ярҙам итеп ҡалмай, тотош команда туплауға өлгәшә.

Таныу бәйләместәре (повязка) һәм флис туҡыманан балаклавалар тегә башлаған әсәле-ҡыҙлы, “Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ” Бөтә Рәсәй ирекмәндәр хәрәкәте хаҡында белеп ҡалып, улар менән бәйләнешкә сыға. Ирекмәндәр флис туҡымаһы ебәрә. Унан толстовкалар тегәләр.

Ярҙам итергә теләгән башҡа ҡатындар ҙа та­была. Районда инициативалы төркөм бар­лыҡ­ҡа килә. Йыйылған аҡсаға йоҡо тоҡтары тегер өсөн кәрәкле туҡымалар менән тәьмин итәләр.

Битараф булмағандар күбәйеү сәбәпле, айырым бина эҙләп табалар. Һәр кем өйөнән теген машинкалары һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып килә. “Ваҡыттарына ҡарап, теләгән бер кеше килеп ярҙам итә, өйҙәрендә лә тегәләр, ойоҡбаштар бәйләйҙәр”, – тине Эльвира Хәмиҙуллина.

Районда теләктәре булғандарҙан финанс ярҙамын айырым иҫәпкә йыялар, һуңынан был аҡсаны нисек бүлергә, нимә һатып алырға мөмкин икәнен хәл итәләр.

– Интернет селтәрендә ирекмән­дәрҙең төркөмдәре бар. Шулар ярҙа­мында бик күп мәғлүмәт, кейемдәрҙең һыҙмаларын белергә була. Хатта аҙ ғына тегә белгән кешеләр өсөн оверлокһыҙ ябай әйберҙәр эшләргә өйрәтәләр. Ярҙам итергә теләк кенә булһын, – ти Эльвира.

Яңы йыл ялдарында Стәрлебаш әүҙемселәре ил һағында торған ир-егеттәребеҙгә шәмдәр әҙерләгән. Ул йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.

Яңы йыл байрамынан алда буш консерва банкаларын ташламай, йыйып тапшырырға саҡырып яҙған Эльвира Хәмиҙуллинаға бик күп кеше яуап биргән. “Ҙур пакеттар менән дә, ҡумта-ҡумта итеп тә ебәрҙеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, банкаларҙы һаман да килтерәләр, улар менән артабан нимә эшләргә кәрәклеген уйлайбыҙ, сөнки ташларға ҡул бармай”, – ти ул.

Күптәр байрам иткәндә, 7, 8 ғи­нуар­ҙа, әүҙем­селәр окоп шәмдәре әҙер­ләү өсөн “Үҙебеҙ­ҙекеләр өсөн тегәбеҙ” оҫтаханаһына йыйылған. Тейешле һауыттар әҙер булғас, улар­ҙы парафин менән тултырғандар. Һөҙөмтәлә ике көн эсендә 150 шәм әҙерләгәндәр. “Был эште башҡарыу еңелдән булманы, әммә уны атҡарып сыҡтыҡ. Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?” – ти улар. Яҡташтарыбыҙҙың тормошон еңеләйтәсәк шәмдәрҙе киләһе гуманитар йөк менән ебәрергә ниәтләй стәрлебаштар.

Хәҙер мобилизацияланған ир-егеттәребеҙгә штабтан бүләк сифатында Шайморатовтыҡы кеүек папаха тегергә әҙерләнәләр. Мобилизация­ланған ир-егеттәрҙең ҡатындарының инициати­ваһы була был.

– Иптәшем хеҙмәт иткән яҡтан егеттәребеҙ ялға ҡайтҡас, район хакимиәтендә улар менән осрашыу үтте. Шуларҙың береһе, Шаймо­ратовтыҡы кеүек башлыҡ булһа ине, тигән теләген белдерҙе. Хәтеремә һалып ҡуйҙым да тәүҙә һатыуҙа булғанын эҙләнем. Таба алмағас, үҙебеҙ тегергә булдыҡ. Эльвира, Зифа апай менән бергәләп килтереп сығарҙыҡ. Эшләй алғанса тиклем эшләйәсәкбеҙ. Күп кеше, ул нимәгә инде, ти. Ә беҙҙең егеттәр өсөн ҡыуаныс. Яугирҙәребеҙҙең рухын күтәргән әйбер булып торасаҡ, – тине оҫтабикәләрҙең береһе Илнара Дәүләтшина.

Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, илебеҙҙәге ты­ныс­лыҡ хаҡына берлә­шеп, ярҙам ҡулы һуҙыу­сыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы.

Рүзилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: