Ғорурланабыҙ
1 Февраль 2023, 01:00

99 йәше менән тәбрик иттеләр

Ветерандың тыуған районынан етәксе алыҫ районға уны ҡотларға барҙы.

99 йәше менән тәбрик иттеләр99 йәше менән тәбрик иттеләр
99 йәше менән тәбрик иттеләр

"Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тайыф Зарипов үҙенең 99 йәшен ҡаршылай. Ул Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда уға 17 йәш була. Йәш офицер курсы үткәндән һуң, Беренсе Украина фронтына эләгә. Был Бөйөк Ватан һуғышында һынылыш йылы була.

Днепр аша сыҡҡанды ул ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалдыра. Киев өсөн төп булып иҫәпләнгән йүнәлештә ҡаты һуғыш бара. Дошман күкте ракеталар менән яҡтырта, йылғаны кискәнде тойоп ҡалһа, ут аса. Әммә совет һалдаттары ярға барып етә һәм яуға әҙерләнә. Ә таң атҡас, алыш башлана. Ҡаһарманлығы өсөн йәш офицер наградаларға тәҡдим ителә: I һәм II дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар һәм юбилей наградалары уның хәрби юлы тураһында һөйләй.

Һуғышта Тайыф Хәким улы ике тапҡыр яралана һәм контузия ала. Тыныс тормошта район советында, Нуриманов исемендәге колхозда бухгалтер, иҫәпсе, ферма мөдире булып эшләй.

Бөгөн хөрмәтле ветеран ҡыҙы Инера һәм кейәуе Рәүеф менән Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәй. Уны ҡотларға Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов барҙы. Ул район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин исеменән бүләк тапшырҙы һәм ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе:

“Хөрмәтле Тайыф Хәким улы! Һеҙҙе ихлас күңелдән бөтә Мәсетле районы халҡы исеменән 99 йәшегеҙ тулыу айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Һеҙҙең намыҫлы тормош юлығыҙ, Тыуған илгә булған сикһеҙ һөйөүегеҙ бөгөнгө йәштәр өсөн лайыҡлы үрнәк булып тора.

Һеҙ дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын, унан һуң илде төҙөкләндереү осорондағы ауыр һынауҙарҙы үтеп, сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән легендар батырҙар быуынына ҡарайһығыҙ. Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға саҡыра.

Тайыф Хәким улы, һеҙгә Бөйөк Еңеү, Мәсетле районы үҫешенә фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәнегеҙ өсөн йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм һеҙҙең алда түбәнселек менән баш эйәбеҙ”.

Һуғыш ветеранының тыуған көнө – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә мөһим ваҡиға. Беҙгә тыныслыҡ һәм азатлыҡ бүләк иткән яугирҙың һаулығы артабан да ныҡ булһын, көс-ҡеүәт ташламаһын һәм, әлбиттә, һәр көн шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килтерһен", - тип яҙып ебәргән беҙгә Айгөл Шарапова.

Фото: Айгөл Шарапова.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас