Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
2 Февраль 2023, 10:45

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа Сталинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан

Сталинград алышы ваҡытында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 100-ҙән ашыу танкыны һәм 500 машинаны юҡ итә.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа Сталинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа Сталинградты азат итеүҙә ҡатнашҡан

Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, 2 февралдә Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 80 йыл тулыу билдәләнә.

1943 йылдың 2 февралендә совет ғәскәрҙәре Сталинград янындағы алышта немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Сталинград һуғышы Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе була.

Ошо айҡанлы республика Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан яугирҙәренең был ҡаланы азат итеүгә индергән өлөшө тураһында һөйләне.

“Ҡасан да булһа Ростов өлкәһенең Белая Калитва ҡалаһы эргәһенән машинала үтһәгеҙ, йыбанмағыҙ – "Үлемһеҙлек бейеклеге" мемориалында туҡталығыҙ. Ул беҙҙең яҡташтарыбыҙға бағышланған – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының лейтенант Аннаклыч Атаев етәкселегендәге 8-се кавалерия корпусы яугирҙәренә арналған. 1943 йылдың ғинуарында Сталинград һуғышының һөжүм этабында беҙҙең 33 яугир, үҙ ғүмереҙәрен ҡорбан итеп, дошмандан яулап алынған мөһим бейеклекте һаҡлай. Лейтенант Атаевҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Белая Калитва ҡалаһындағы мәктәп уның исеме менән аталған.

Бөгөн Сталинград һуғышы тамамланыуға 80 йыл тулды – был Бөйөк Ватан һуғышы барышындағы хәл иткес алыштарҙың береһе. Унда ике яҡ та миллионға яҡын кешене юғалта — был еңеү хаҡы шундай була.

Рәсәйҙе азат иткән барлыҡ хәрби алыштарҙағы кеүек, Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостан һалдаттары ла ҙур өлөш индерә. БАССР-ҙан фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше китә, күптәре һәләк була...

Сталинград һуғышы ваҡытында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 100-ҙән ашыу танкыны һәм 500 машинаны юҡ итә. Бәләбәйҙә тыуып үҫкән генерал-майор Иван Ласкин етәкселегендә “Барбаросса” планын төҙөгән фельдмаршал Паулюсты әсирлеккә алыу уңышлы тамамланыуы үҙе бер әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Был сара ҙур тактик һәм символик әһәмиәткә эйә була. Һуғыш барышында хәл иткес боролош башланыуы асыҡлана. Немецтарҙың илдең нефткә бай райондарына ынтылышы туҡтатыла, совет армияһы еңеүгә ышанысын нығыта.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан бөтәһе 278 яугиргә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә 35 яугир Дан орденының тулы кавалеры була. Яҡташыбыҙ Александр Матросовтың исеме батырлыҡ һәм Ватанға фиҙакәр тоғролоҡ сағылышы булып тора, уның ҡаһарманлығын Башҡортостандың тағы бер данлыҡлы улы – Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ҡабатлай.

Бөгөн Шайморатов, Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге ирекмәндәр батальондары мобилизацияланған егеттәр менән йәнә Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәш алып бара. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре үҙҙәрен яҡланған итеп тойһон, тыуған ере секунд һайын улар тураһында хәстәрлек күргәнен аңлаһын өсөн кәрәк булғандың барыһы менән дә тәьмин итеү. Беҙ бергәләп барлыҡ ауырлыҡтарҙы кисерәсәкбеҙ, еңеү беҙҙеке булыр! Алға!” – тип яҙҙы Андрей Назаров.

2 февралдә Өфөлә тарихи датаға арналған саралар үткәрелә:

12.00 сәғәттә (1 сәғәт) Республика хәрби дан музейында Өфөнөң дүрт уҡыусылар командаһы ҡатнашлығында "Сталинград" интеллектуаль уйыны ойошторола.

15.00 сәғәттә Өфө тарихи паркында Рәсәй — Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған “Минең тарихым” мультимедиа күргәҙмәһе үтә.

Фото: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: