Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
2 Февраль 2023, 21:30

Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә

1943 йылдың 2 феврале – Сталинград һуғышында Советтар Союзының еңеүенең данлы көнө – вермахт армияһын дөйөм ҡыйратыуҙың мөһим этаптарының береһе.

Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә

2 февралдә Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүенә 80 йыл тулды. Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, тарихи көн илебеҙҙә киң билдәләнде.

1943 йылдың 2 февралендә совет ғәскәрҙәре Сталинград янындағы алышта немец фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Сталинград һуғышы Бөйөк Ватан һуғышындағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе була.

Был еңеүгә Башҡортостан да ҙур өлөш индергән. Волга буйындағы алыштарҙа БАССР-ҙа ойошторолған хәрби формированиелар ҡатнаша – 219-сы, 214-се, 300-сө уҡсылар дивизиялары, 124-се уҡсылар бригадаһы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм 25-се брондивизия. Сталинград һуғышында Башҡортостандың 75 меңдән ашыу һалдаты ҡатнашҡан.

Был иҫтәлекле тарихи көнгә бағышлап, республикала ла төрлө саралар үткәрелде. Мәҫәлән, Өфөлә  Республика хәрби дан музейында дүрт уҡыусылар командаһы ҡатнашлығында "Сталинград" интеллектуаль уйыны, Өфө тарихи паркында Рәсәй — Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған “Минең тарихым” Мультимедиа күргәҙмәһе ойшторолдо.

Күргәҙмә һигеҙ сюжеттан тора: “Һауа блокадаһы”, “Сталинградҡа алыҫ һәм яҡын ерҙәге алыштар”, “Ҡышҡы дауыл” операцияһы”, “Тацин рейды”, “Ҡулса”, “Сталинградтың төньяҡ райондары өсөн алыштар”, “Мамаев ҡурғаны”, “Павлов йорто”. Анимацион карталар, уникаль видеохроникалар, сараларҙа ҡатнашыусыларҙың көндәлек күрһәтмәләре, цитаталар һәм портреттар галереяһы ярҙамында тамашасылар Бөйөк Ватан һуғышының иң бөйөк еңеүҙәренең береһе булған героик ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларға әйләнә. Тарихи парктағы күргәҙмә Бөтә Рәсәй “Сталинград” проекты сиктәрендә үтә. Күргәҙмә Бөйөк Ватан һуғышы ғына түгел, ә Икенсе донъя һуғышы сиктәрендә лә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм боролош символына әйләнгән ҡалаға бағышланған.

Өфө тарихи паркы хеҙмәткәрҙәре күргәҙмәгә килеүселәргә Сталинград һуғышында күрһәтелгән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ һәм республикабыҙҙан сыҡҡан Рәсәй Федерацияһы Геройы, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, оҫта летчик Муса Гәрәев, Гуля Королева һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының башҡа ҡыйыу һалдаттары, 124-се айырым уҡсылар Ҡыҙыл Байраҡ бригадаһы, 300-сө уҡсылар дивизияһы, 433-сө уҡсылар дивизияһы тураһында һөйләй.

Өфө тарихи паркы белгестәре бер нисә сара әҙерләгән: лекциялар, йәштәр өсөн интерактив кластар, кино күрһәтеү һәм осрашыуҙар. Бер ай эсендә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары күп милләтле Рәсәй халҡының киләсәге өсөн көрәштә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ символына әйләнгән хәрби үткәндәрҙең данлы биттәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Бындай сараларҙың йылдан-йыл рухлыраҡ үтеүе Бөйөк Ватан һуғышы барған йылдарҙа халҡыбыҙ батырлығының мәңге онотолмаясағын күрһәтә. 

Рөстәм ХӘЗИЕВ, “Рәсәй – Минең тарихым” паркының тарихи консультанты, тарих фәндәре докторы:

– 1943 йылдың 2 феврале – Сталинград һуғышында Советтар Союзының еңеүенең данлы көнө – вермахт армияһын дөйөм ҡыйратыуҙың мөһим этаптарының береһе. Ошо мәлдән совет ҡоралының ҡеүәтен туҡтатып булмауы, фашист Германияһы ғына түгел, уның нацист гегемонияһын урынлаштырыу һәм нацистар империяһын булдырыу буйынса пландары ла тарҡала башлауы асыҡ күренә. Күп милләтле Башҡортостан халҡы Советтар Союзының башҡа төбәктәренән һәм республикаларынан килгән һалдаттар менән иңгә-иң терәп, бығаса күрелмәгән киңлектәге ҡаһарманлыҡ күрһәтте.

Был күргәҙмә өсөн интерактив тарихи полотно эшләнә, унда “Рәсәй – минең тарихым!” тарихи паркының Мәскәү коллективы һәм “Сталинград һуғышы” музей-ҡурсаулығы ҡатнаша. Улар мультимедиа экспозицияһын ойоштора, ул Рәсәйҙең 26 тарихи паркында, шул иҫәптән Өфөлә лә күрһәтелә. Уға оҡшаш күргәҙмә әлегә юҡ.

Хәҙерге заман анимацион карталары, тәүге тапҡыр әйләнешкә индерелгән уникаль видеохроника, Сталинград һуғышында ҡатнашыусыларҙың көндәлек яҙмалары, цитаталар һәм портреттар галереяһы ҡулланыла. Быларҙың барыһы ла күргәҙмәлә Сталинград һуғышының төп сюжеттарын сағылдырырға мөмкинлек бирә, шуларҙың һигеҙе ҡуйылды.

Владимир ВОЛКОВ, “Рәсәй эҙләү хәрәкәте” Ватанды яҡлағанда һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса йәмәғәт хәрәкәте төбәк советы рәйесе:

– Сталинград һуғышы – Германиянан Советтар Союзына стратегик башланғыстың күскән Бөйөк Ватан һуғышындағы төп боролоштоң башы. Сталинград алышында бик күп кеше ҡатнаша. Сталинград һуғышының йомғаҡлау этабында ҡатнашҡан иң билдәле подразделение – беҙҙең 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы. Ул механизацияланған корпус составында Ростов өлкәһе йүнәлешендә һөжүмгә йүнәлә. Беҙҙең эҙәрмәндәр унда, атап әйткәндә, кавалерия корпусы һауа һөжүменә дусар булған Обливская ауылы эргәһендә бер нисә йыл эшләй.

Лилиә НУРАСОВА, Республика хәрби дан музейының фәнни-белем биреү эштәре кафедраһы мөдире:

– Сталинград һуғышында бик күп ватандашыбыҙ ҡатнашҡан. Беҙҙең музей геройҙарыбыҙ иҫтәлеген һаҡлай, Сталинград һуғышы тарихына арналған сараларҙы даими үткәрә. Бер ай дауамында беҙҙә Сталинград һуғышына арналған лекторий эшләй, уның барышында уҡыусылар Сталинград һуғышының төп этаптары, сәбәптәре һәм эҙемтәләре, геройҙары менән таныша ала. Әлбиттә, Сталинград күгендә беренсе хәрби осош яһаған осоусы Муса Гәрәев тураһында ла.

Елена ВЯЗОВЦЕВА, Өфөнөң “Обелиск” эҙәрмәндәр төркөмө командиры:

– 2 февраль – бик мөһим дата, сөнки башлыса йәш быуын был алышта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡатнашыуы тураһында ғына белә. Шул уҡ ваҡытта Өфөлә һәм республикала ойошторолған йәки реформалаштырылған биш хәрби берләшмә Сталинград һуғышында ҡатнаша. Был Сталинград үҙе һәм район территорияһы ғына түгел, шулай уҡ Ростов өлкәһе, Ҡалмыҡ Республикаһы, уның тирәһендәге биләмәләр.

Өфөлә – 214-се дивизия, Ҡандрала – 300-сө уҡсылар дивизияһы, Бәләбәйҙә – 124-се айырым уҡсылар бригадаһы, беҙҙең легендар “Александр Невский” һәм “Полководец Суворов” 25-се бронепоездары дивизионы ойошторола, улар Сталинград һуғышы башында уҡ дошманды тотоп тора. Сталинградҡа үҙ ирке менән 3700 ҡыҙ китә, 1942 йылдың 10 майында Өфө тимер юл вокзалынан поезд юллана – ҡыҙҙар санитар инструкторҙар булып, зенит орудиелары менән эшләй, Сталинград күген һаҡлай. Алыш тамамланыу менән Сталинград азат ителгәс, ҡаланы тергеҙеү өсөн тылдағы төбәктәрҙән, шул иҫәптән Башҡортостандан, бик күп ирекмәндәр китә. Был да республикабыҙ индергән ҙур өлөш.

Фото: rmbsufa

Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Өфөлә - Сталинград һуғышына арналған ҙур күргәҙмә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: