Бөтә яңылыҡтар
Ғорурланабыҙ
2 Февраль 2023, 18:00

Урамға сығырлыҡ түгел, эттәр абалай...

Оло кеше аҙыҡ тулы пакетын ергә ырғытҡас ҡына бәләнән ҡотолған.

Урамға сығырлыҡ түгел, эттәр абалай...
Урамға сығырлыҡ түгел, эттәр абалай...

Дәүләкән ҡалаһында бер өйөр эттәрҙең берәҙәк булып урамда йөрөүе халыҡты хафаға һала, тип социаль селтәрҙә яҙып сыҡҡан бер кеше. СУ-3 майҙанында йөрөйҙәр икән улар. Ҡурҡыныс итеп өрәләр, хатта бер бала мәктәпкә бара алмай подъезда торған, сөнки ишекте асһа, эттәр абалаған. Ә оло кеше бер пакет аҙыҡ-түлеген ергә ташлағас ҡына ҡасып ҡотолған.

Был хәүефле хәл хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә хакимиәттән, хәл контролгә алынды, подрядсы ойошмаға ғариза яҙылды, хәҙер берәҙәк эттәрҙе тотоуҙарын көтәбеҙ, тип яуап биргәндәр. Оло бәлә булмаҫ борон мәсьәлә хәл ителер тип ышанабыҙ.

Фото социаль селтәрҙән.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: