Әгәр ҙә бәүелгә анализда тоҙ барлығы асыҡланһа, бил тирәләре ауыртып йонсотһа, бөйөрҙәрҙе даими таҙартып алыу фарыз, ти табип-онкоглог Гөлнур Нигманова. Бының өсөн үҙенең сәхифәһендә ябай ғына, әммә һөҙөмтәле рецепт менән бүлешкән ул.
Магазиндарҙа һатылған бер килограмм компот йыйылмаһын алдан ебетеп ҡуябыҙ. Артабан уға өс литр һыу һалып, ҡапҡасы ябыҡ кәстрүлдә ҡайнатабыҙ. Шуныһы мөһим: шәкәр-фәлән ҡушырға ярамай! Ошо тәмле генә компотты көнө буйы эсәбеҙ, ә емештәрен ашайбыҙ.
Был көндө башҡа аҙыҡ менән туҡланыуҙан тыйылып тороу мөһим. Һөҙөмтәлә бөйөрҙәр ҙә таҙара, эсәктәр ҙә ял итә. Был рецепт бөтәһенә лә килешә, кире йоғонтоһо, юҡ ти табип.
Фото pixabay.com