

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡыҙыҡ һәм тетрәндергес яҙмышлы яҡташыбыҙ тураһында пост ҡалдырҙы.
“Кисә илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында күп йәһәттән Еңеүебеҙҙе алдан билдәләгән мөһим һәм ҙур алышының – Сталинград һуғышы тамамланыу йыллығын билдәләне. Ә бөгөн мин Йәрмәкәй районында – генерал Иван Андреевич Ласкиндың тыуған яғында эшләйем. Тап ул 1943 йылдың башында Сталинград эргәһендә немец ғәскәрҙәренең капитуляцияһы тураһында Гитлер командованиеһы менән һөйләшеүҙәр алып бара һәм фельдмаршал Фридрих Паулюсты әсирлеккә ала. Иван Андреевичтың “Һынылышҡа табан юл” исемле китабы – ул көндәрҙең хәтирәләре.
Уның яҙмышы ла ябайҙан түгел. Ғәҙелһеҙ ғәйепләүҙәр ҙә, ҡулға алыу ҙа булған. Әммә ул үҙенең дөрөҫлөгө өсөн көрәшкән һәм тулыһынса аҡланған.
Бына шундай легендар яҡташтарыбыҙ бар. Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ һәм баш эйәбеҙ", - тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".