Өфө ҡалаһында урынлашҡан Республика инженер лицей-интернатының 8 -11-се класс уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ебәреү өсөн 19 мейес-буржуйка эшләгән.
Улар башта өс көн дауамында иретеп йәбештереү эше буйынса дәрестәр һәм ғәмәли күнекмәләр алған. Шулай итеп, лицейсылар Нефть-газ инжинирингы һәм һанлы технологиялар институты (ИНИЦТ) белгестәре ҡарамағында яңы һөнәргә эйә булған һәм бер ыңғай изге эш тә башҡарған.
Бындай акцияла ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн лицей-интернат етәкселеге Өфө дәүләт нефть техник университетына ҙур рәхмәт белдерә. Уҡыусылар шундай изге маҡсатлы башланғыста ҡатнаша алыуҙарына ҡәнәғәт.
Фотолар: Республика инженер лицей-интернаты.