Йылайыр районының Юлдыбай ауылында бик үҙенсәлекле, маҡсатлы кешеләр йәшәгәне бер бөгөн генә билдәле түгел. Элек-электән сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән, спортты һәм айыҡлыҡты ябай ғына тормошо, булмышы, йәшәйеше менән үҙ миҫалында пропагандалаған абруйлы ауылдашыбыҙ тураһында булыр бөгөнгө һүҙебеҙ.
Юлдыбай мәктәбенең математика һәм информатика уҡытыусыһы Фәрит Фәйез улы Фазыловтың йүгереү (еңел атлетика) менән шөғөлләнеүен бала саҡтан күреп үҫтек. Еңел генә спорт кейемендә һалмаҡ ҡына ауыл осона ҡарай үткәнен тәҙрәнән ҡарап ҡала торғайныҡ.
Баҡтиһәң, быйыл уның йүгерә башлағанына теүәл 51 йыл! Күҙ алдына килтерәһегеҙме? 51 йыл - бер кеше ғүмере!
Фәрит Фәйез улы 1972 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингәндән алып (17 йәшенән) йүгерә. Ошо ваҡыттан алып 60 мең километрҙан ашыу ер үткән. "Көн һайын йүгермәйем, аҙнаһына ике тапҡыр 5-10 саҡырым арауыҡты үтәм", - ти ул.
Ҡасан һуңғы тапҡыр "больничныйҙа" булғанын иҫләмәй. Шуныһы билдәле: һуңғы ун йыл эсендә бер тапҡыр ҙа ауырымаған. Ауылдашыбыҙ спорттың башҡа төрҙәре - волейбол, футбол менән дә шөғөлләнә, саңғыла йөрөй, балаларға сатраш (шашка), шахмат серҙәрен өйрәтә.
Уның хеҙмәт кенәгәһендә лә бер генә яҙыу. Юлдыбай мәктәбендә эшләй башлауына быйыл 46-сы йыл киткән, 1977 йылдан математика һәм информатика уҡытыусыһы ул.
Математика дәрестәрен үткәреүҙең традицион һәм традицион булмаған формаларын ҡулланып, электрон белем биреүҙе әүҙем ҡуллана. Үҙенең тәжрибәһен коллегалары менән уртаҡлаша. Уның профессиональ ҡыҙыҡһыныуҙары: математика һәм информатика дәрестәрендә мәғлүмәт технологиялары.
Фәрит Фәйез улы - «Йыл уҡытыусыһы-2015» педагогик оҫталыҡ конкурсының район этабы еңеүсеһе, халыҡ мәғарифы отличнигы, В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһы грамотаһы һәм В. А Сухомлинский исемендәге "Йөрәгемде балаларға бирәм" миҙалы менән бүләкләнгән.
Айгөл Айытҡолова яҙмаһы.
Сығанаҡ: vk.com/id77224945