-11 °С
Болотло
Бының өсөн ләүәш, 200-400 грамм төрлө сырҙар, 100 миллилитр һөт, йомортҡа, ике аш ҡалағы кунжут, биш грамм май кәрәк.
Әҙерләү: сырҙарҙы ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ләүәш өҫтөнә һөт һөртөп, сырҙы йәйеп һалабыҙ ҙа төрәбеҙ. Һауытты майлап, ләүәште йомарлап һалабыҙ ҙа йомортҡа һөртөп, кунжут һибәбеҙ. Мейесте тоҡандырып, 175 градуста 30-40 минут бешерәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото www.koolinar.ru